Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
3 Июнь 2025, 17:25

Бәхил бул, батыр!

Илгә ҡурҡыныс янағас, хәрби хеҙмәттә тәжрибәле офицерҙар һәм һалдаттар беренсе рәткә баҫтылар. Радик Сафин Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырыу ҡағыҙын мобилизацияның тәүге көндәрендә эш урынында ҡулына ала. Офицер һәм өс бала атаһы Ватан саҡырыуын ҡабул итеп, махсус хәрби операцияға юллана.

Бәхил бул, батыр!
Бәхил бул, батыр!

Радик Юлай улы Асҡар урта мәктәбен тамамлай һәм 1989 йылда Магнитогорск ҡалаһының Тау-металлургия институтына уҡырға инә, ошо уҡыу йортонда хәрби кафедрала белем эстәй.

Юғары һәм хәрби белем алған егетте бер төркөм һабаҡташтары менән Читаға әрме сафына хеҙмәткә алалар. Радиктың хеҙмәт йылдары Чечен һуғышының осоро менән тап килә, 1995 йылдың ғинуарынан май айына тиклем ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итә.

Хәрби хеҙмәттән һуң Радик Юлай улы район производство берекмәһендә, һуңынан «Красная Башкирия» хужалығында механик, юл ремонт-төҙөлөш идаралығында баш белгес булып эшләй.

2022 йылдың 4 октябрендә ул мобилизациялана һәм тәүге көндәрҙән үк алғы һыҙыҡта. Махсус хәрби операция зонаһында Радик взвод командиры итеп тәғәйенләнә, уның ҡул аҫтында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән егеттәр хеҙмәт итә.

Мәктәптә Радик уҡыуҙа ла, спортта ла көслө була. Уның фотоһы район Советының почет таҡтаһында эленеп тора, совет осоронда уҡыу алдынғыларын ошондай тәртиптә баһалай торғайнылар. Ул һәр ваҡыт ҡустыларына ярҙам итә һәм тиҫтерҙәре араһында лидер була. Малайҙар йыйылып уйнағанда, Радик һәр ваҡыт командир булып, «хәрби бойороҡтар» биреп, уйындарҙы ойошторор булған.

Ҡыйыу лидерға хәрби бурыстарҙы үтәгәндә лә был бик кәрәкле сифаттар. Запорожье өлкәһендә Радик Сафиндың взводы Днепрҙың һул ярындағы Энергодар ҡалаһы янындағы ТЭЦ-ты һаҡлай. Донецк Республикаһында полигонда инструктор була, штурмлау бригадаһын алышҡа әҙерләй. ДНР полигонында һалдаттар тактик хәрәкәттәргә, шул иҫәптән төрлө позицияларҙан атыу, дошман техникаһын юҡ итеү һәм башҡа хәрби алымдарға тәжрибә туплай. Әҙерлек тамамланғандан һуң, штурмлау бригадаһы алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Радик хәрби иптәштәренә терәк, таяныс һәм ышаныслы командир була.

Хәрби задание менән ике-биш кешенән торған штурмлаусылар төркөмө һәр ваҡытта беренсе булып яуға инә һәм позицияны тота. Өлкән лейтенант Радик Юлай улы хәрби бурыстарҙы үтәгәндә ике тапҡыр яралана. Һул ҡулына яраланғас, бер нисә операция үткәреп дауаланғандан һуң, сафҡа кире ҡайта. Хәрби бурысты үтәгәндә уның штурмлау төркөмө дошман дрондары һөжүменә дусар була, был ҡаты бәрелештә Радик икенсе тапҡыр яурынына яралана, ә хәрби иптәше һәләк була. Яралы яугир хәрби дуҫының кәүҙәһен ҡалдырмай, ут эсенән алып сыға.

Дауаланғандан һуң Радик ғаиләһе эргәһендә ҡыҫҡа ялда булып китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы яугир, 7 апрелдә Донецк өлкәһенең Озаряновка ауылы янында хәрби задание үтәгәндә, батырлыҡ күрһәтеп һәләк була. Радик Юлай улы ғаиләһендә өс балаһына яҡшы атай, ҡатынына ныҡлы терәк булды. Сәғиҙә Нуриәхмәт ҡыҙының, балалары Вилдан, Розалия, Әмирхандың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас