Район үҙәгендә оҙаҡ йылдар шәхси эшҡыуар булған Урал Атауллин хәрби юлдан китергә йыйынмай. Тик 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, айырыуса йәп-йәш, тормошто бөтөнләй күрмәгән егеттәрҙең ғүмере өҙөлөүен күреп, уйлана башлай. МХО тураһында бөтә яңылыҡтарҙы ҡарап, уҡып бара. Үҙен психологик яҡтан да, физик яҡтан да әҙерләй башлай. Уның был ҡарары тураһында ғаиләһе лә, туғандары ла белмәй. 2022 йылдың аҙағында ул доброволецтар сафына яҙыла. Бер аҙҙан Урал Ишбулат улын хәрби комиссариатҡа саҡыралар һәм Салауат Юлаев исемендәге батальонға барырға тәҡдим итәләр.
— Был батальонға физик һәм әхлаҡи яҡтан көслө ир-егеттәр генә эләгә. Һайлап алыу бик ентекле үткәрелә һәм уны һәр кем үтә алмай, – ти ул.
Иң ҡыйыны, ғаиләһенә һуғышҡа китеүе тураһында әйтеү була. Нисегерәк әйтергә, минең был аҙымымды аңларҙармы тип уйлана.
— Иң алда кәләшемә әйттем. Әлбиттә, тәүҙә был хаҡта ишетеү менән илап ебәрҙе, риза түгеллеген белдерҙе. Һөйләшеп, аңлатҡас күнде. Улыбыҙға икәүләп еткергәс еңелерәк булды. Бәләкәй ҡыҙыбыҙға командировкаға барам тип кенә әйтергә тура килде, — ти Урал Ишбулат улы. — Мин тыштан тыныс күренергә тырышһам да, үҙем ғаиләм, яҡындарым өсөн ныҡ борсола инем. Әйләнеп ҡайтмаһам, улар минһеҙ нисек йәшәр тип уйландым. Хатта, юлға сығыр алдынан, ихатаға сығып әйләндем, баҡсаға ултыртҡан алмағастар менән үҙемсә хушлашып индем. Шулай ҙа, өйҙә ултырып ҡалыу минең өсөн түгел ине. Ҡатыныма ла, әгәр ҡайта алмаһам, балаларҙы яҡшы итеп үҫтер тинем. Шул саҡта мине аңлап ҡабул итеүенә рәхмәтлемен.
Урал Атауллин ай ярым дауамында хәрби әҙерлек үтә һәм махсус операция зонаһына юллана. Башҡаларҙан олораҡ булғанғамы, әллә һәр һүҙен үлсәп һөйләгән, аҡыл менән эш иткәнгә хөрмәт йөҙөнәнме, уны һалдаттар “Дед” тип йөрөтә.
— Салауат Юлаев исемендәге батальонда республиканың бөтә райондарынан алынған яугирҙәр бар ине. Асҡар, Ташбулат, Салауат, Гусев ауылдарынан райондаштарҙың янда булыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Ғөмүмән, беҙ барыбыҙ ҙа ағай-ҡусты кеүек яҡынайҙыҡ, — ти яугир. — Бергә хеҙмәт иткән егеттәр шул тиклем һәйбәт, ышаныслы булды. Хәрби задание үтәргә барғанда бер-беребеҙҙе гел хәстәрләй инек. Мин тормошто күргән, тәжрибәле кеше булараҡ уларҙы ағай урынына ҡарап йөрөттөм. Окопта оҙағыраҡ ултырырға тура килһә тип, һәр ваҡыт сумкама печенье, сгущенка һалып ала торғайным. Асыға башлаһаҡ, егеттәргә тамаҡ ялғарға ярап ҡала. Командирҙар ҙа шәп, уларҙың әйткәндәрен үтәргә, тәртип боҙмаҫҡа кәрәк. Яугирҙәрҙе бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү юғары кимәлдә ойошторолғайны. Беҙҙең батальонға бер нисә тапҡыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе килде.
Урал Ишбулат улы Салауат Юлаев исемендәге батальонда өлкән сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Уның төп бурысы пушканы, шәхси составты һәм снарядтарҙы хәрби позицияға килтереү һәм яуҙан һуң техниканы һәм хәрби составты тиҙ арала хәүефһеҙ урынға сығарыу була.
Әлеге ваҡытта яугир йәше тулыу сәбәпле, рәсми рәүештә демобилизацияланған. Урал Атауллинға өлгөлө һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн батальон командирынан Рәхмәт хаты тапшырылған. Иң ҡәҙерле иҫтәлек тип яуҙан алып ҡайтҡан Башҡортостан һәм Донецк республикалары флагтарын күрһәтте — унда хеҙмәттәштәренең теләктәре яҙылған, ҡултамғалары ҡуйылған.
— Егеттәр менән аралашып торабыҙ, улар Еңеү яулап ҡайтһаҡ, мотлаҡ һиңә ҡунаҡҡа киләбеҙ тиҙәр. Шул көндәрҙе тиҙерәк күрергә яҙһын, — ти Урал Ишбулат улы. — Һуғыш эсенән ҡайтып, кире тыныс тормошҡа күнегеп китеү ҙә еңел түгел. Яугирҙәргә бөтәбеҙ ҙә — туғанымы, күршеһеме йәки бөтөнләй таныш түгелме — ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ. Был яҡтан “Ватанды һаҡлаусылар” фонды яҡшы эшләй. Уның етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операция яугирҙәре менән йыш осраша, проблемаларын хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Хәрби хәрәкәттәр ветеранын онотмайҙар, район һәм республика кимәлендәге сараларға, батырлыҡ һәм патриотизм дәрестәренә саҡыралар. Шулай уҡ яугиргә «Салауат» ЯСЙ-һы «Осҡон» гәзитенә подписка бүләк итеп ҡыуандырған. Яңыраҡ яҡташыбыҙ Урал Атауллинға Мишкә районында уҙған «Ер ҡото» республика фестивалендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙал һәм «Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы» танытмаһы тапшырылған.
Урал Ишбулат улы ғүмер юлдашы Нурсилә Ишмырҙа ҡыҙы менән Асҡар ауылының Көнсығыш-1 биҫтәһендә матур донъя ҡорғандар. Тырыш хужалар мал, ҡош-ҡорт көтә, баҡса үҫтерә. Әле ғаиләнең ҡыуаныслы мәле — улдары 11-се класты тамамлаған. Яҡшы уҡыған егет Мәскәү вузына инергә хыяллана. Ата-әсәһен ҡыуандырып, үҙе теләгән уҡыу йортона инеренә шик юҡ. Урал Ишбулат улы кеүек ғаиләһен генә түгел, Ватанын һаҡларлыҡ ысын ир-егет атай булғанда, балаларының арҡаһы ныҡ, яҡлаулы һәм ҡурсаулы буласаҡ.
Махсус хәрби операция яугире Урал Атауллинға ил мәнфәғәтен яҡлауға индергән өлөшө һәм батырлығы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Өлгөлө хәрби хеҙмәте менән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә үрнәк булһын.
Динара САФИУЛЛИНА.