Сараны асып Социаль фонд начальнигы И. М. Мырҙагилдин кәрәкле мәғлүмәт, ярҙам йәки кәңәш алыу йәһәтенән осрашыуҙың һөҙөмтәле уҙыуын теләне. Илнур Марат улы, үҙ сиратында, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау буйынса дәүләт ярҙамы саралары, атап әйткәндә, федераль программа сиктәрендә Рәсәй реабилитациялау үҙәктәренә юлламалар алыу мөмкинлеге тураһында һөйләне. Рәсәй Социаль фонды ҡарамағында 12 заманса реабилитациялау үҙәге эшләй һәм улар демобилизацияланған һалдаттарҙы ҡабул итергә әҙер. Улар илдең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан һәм төрлө ауырыуҙар – терәк-хәрәкәт аппараты, нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары системалары, тын алыу органдары буйынса махсуслашҡан. Дауалау ысулдары һәр кемдең шәхси реабилитациялау программаһына бәйле. Ветерандар бер юлы башҡа сирҙәрен диагностикалау һәм дауалау, психологик ярҙам алыу мөмкинлегенә лә эйә. Мәҫәлән: Киров өлкәһендә урынлашҡан “Вяткие увалы” үҙәге кисәге яугирҙәргә аяҡ-ҡулдарын протезлағандан һуң реабилитациялау программаһын тәҡдим итә. Төмәндәге “Тараскуль” үҙәге ҡаҡшаған нервыларҙы нығытыу, ә “Волгоград” үҙәге нейрореабилитациялау буйынса махсуслашҡан. Һәр кем, медицина күрһәтмәләренә ярашлы, үҙенә кәрәкле үҙәкте һайлай ала. Ниндәй транспорт төрө менән файҙаланыуға ҡарамаҫтан, юл сығымдары тулыһынса ҡаплана.
И. М. Мырҙагилдин шулай уҡ Социаль фонд бүлексәһе белгестәренең хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләм билдәләүҙәре тураһында ла иҫкәртте. Был хоҡуҡтары менән файҙаланмаған спецоперация ветерандары ошонда уҡ түләмгә ғариза ҡалдырҙы.
Р. Ф. Хәбиров, Башҡортостан Башлығы (социаль селтәрҙәге сәхифәһенән):“Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 54 төрлө төбәк ярҙам сараһы күрһәтелә. Улар йәшәйештең төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала – белем алыу, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү.Айырыуса иғтибар – өйгә ҡайтҡандарға. Беҙ уларға сәләмәтлектәрен нығытыу, яңы һөнәрҙәргә уҡытыу, күңелдәренә ятҡан шөғөл табыу мөмкинлеген бирәбеҙ.Спецоперацияла ҡатнашыусыларҙың балаларын хәстәрлек менән уратырға тырышабыҙ. Аталары, бәғзеләренең әсәләре Тыуған илде һаҡлағанда, улар бер нимәлә лә мохтаж булырға тейеш түгел. Туҡланыу, белем алыу, үҫеш өсөн мөмкинлектәр – беҙ улар өсөн булдыра алған бәләкәй өлөш кенә.Һәр ваҡыт муниципалеттар, республика власть органдары етәкселәренән махсус операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү һорауҙарына мөмкин тиклем яуаплы ҡарарға ҡушам. Бөгөн Башҡортостанда хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙән дә мөһимерәк мәсьәлә юҡ”.
Социаль страховкалау фонды етәксеһе С. Ф. Ғиззәтова төрлө йәрәхәттәргә дусар булған яугирҙәр өсөн фонд аша техник реабилитациялау саралары алыу мөмкинлеге тураһында хәбәрҙар итте. Реабилитациялауға ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки күп функцияла үҙәк аша бирергә булыуы, санатор-курорт дауаланыуға үҙәк район дауаханаһынан 070/у формаһындағы справка талап ителеүе тураһында кәрәкле мәғлүмәттәр бирҙе.
Асҡар үҙәк район дауаханаһынан поликлиника мөдире З. Ю. Ғәлиәкбәрова махсус операцияла ҡатнашыусыларға санатор-курорт дауаланыу өсөн 070/у справкаһы 120-се кабинетта бирелеүе, сират булмауы тураһында хәбәр итте. Әйткәндәй, быйылдан Минздрав медицина күрһәтмәләре булғанда хәрбиҙәргә инвалидлыҡ билдәләү вәкәләттәренә лә эйә, тине Зилиә Юлай ҡыҙы.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторы Д. Ҡ. Ғәлиуллина яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына күрһәтелгән дәүләт ярҙамы төрҙәре тураһында һөйләне. Әбйәлил районы буйынса филиалда өс социаль координатор эшләй, бөтә һорауҙар буйынса ла төплө яуап бирергә, ярҙам итергә әҙербеҙ, тине Дилә Ҡасим ҡыҙы. Юридик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә профессиональ юристар йәлеп ителә. “Геройҙар дәүере” федераль проекты сиктәрендә фонд аша МХО-ла ҡатанашыусыларҙы һәм ветерандарҙы яңы һөнәрҙәргә уҡытыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, социаль координаторҙар яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре, һәләк булғандарҙың әсәләре һәм ҡатындары өсөн район күләмендә төрлө саралар ойоштороп килә. Форсаттан файҙаланып, сығыш яһаусы демобилизацияланған ир-егеттәрҙе лә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Яугирҙәр тарафынан бер нисә һорау бирелде. Улар нигеҙҙә хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы алыуға бәйле булды. Районға яңы тәғәйенләнгән хәрби комиссар А. Г. Илларионов шәхси характерҙағы был мәсьәләне ҡарау маҡсатында яугирҙәрҙе шәхсән ҡабул итеүгә килергә саҡырҙы.
Красная Башкириялағы приход башлығы отец Сергий МХО башланғас та ирекмәндәр ойшмалары менән берлектә приходта гуманитар үҙәк асыуҙары һәм ошо уҙған ваҡыт эсендә ай һайын фронтҡа гуманитар фуралар ебәреүҙәре, 30-ҙан ашыу автомобилде тергеҙеп оҙатыуҙары, 8 тонна парафиндан блиндаж шәмдәре әҙерләүҙәре, 2023 йылда үҙенең дә спецоперация биләмәһендә йөрөп ҡайтыуы тураһында һөйләне. Дини кеше булараҡ, ҡайһы ғына конфессияға ҡарамаҫтан, доғала булыу зарурлығы хаҡында ла әйтеп үтте, доғаларҙың һаҡлау көсө тураһындағы хикмәтле хәл-ваҡиғаларға туҡталды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Х. Ю. Рәхмәтуллин илдәге тыныслыҡты, киләсәгебеҙҙе яҡлап һуғышҡан яугирҙәргә рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың һорау-мәсьәләләрен хәл итеү беҙҙең беренсел бурыс булырға тейеш, тип төрлө хеҙмәттәр етәкселәренә мөрәжәғәт итте.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, район хакимиәте вәкиле В. Р. Абдуллин МХО-ла ҡатнашыусыларҙы тыңлау, уларға ярҙам итеү өсөн хакимиәттең бөтә ишектәре асыҡ булыуын белдерҙе. Яу юлын үткән, фронттағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән һәм хеҙмәттәштәре менән бәйләнеш тотҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандарын тылда хәрби операцияға булышлыҡ итеүгә, гуманитар ылауҙарҙы оҙатыуға йүнәлтелгән ирекмәнлек эшен башларға кәңәш итте. Берҙәмлек еңеүҙе тиҙләтәсәк, тип тамамланы сараны Вадим Рәфҡәт улы.
В. Р. Абдуллин, район хакимиәте вәкиле:
– МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү – район хакимиәтенең төп бурыстарының береһе. Социаль бүлеК, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, хәрби-патриотик спорт үҙәге менән берлектә яугирҙәрҙе ҡабул итергә, тыңларға һәм килеп тыуған мәсьәләләрен хәл итергә һәр ваҡыт әҙербеҙ. Шулай уҡ һорауҙар менән урындарҙа ауыл биләмәләренең ВУС хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.