Тантаналы митингыны район башлығы А. З. Әминев асты.
— Был һәйкәл — беҙҙең хәтеребеҙ, бурысыбыҙ һәм намыҫыбыҙ көҙгөһө. Беҙ Тамерланды Герой булғаны өсөн генә түгел, тормошто, Тыуған илен, халҡын яратҡан ауылдашыбыҙ, улыбыҙ, ағайыбыҙ, дуҫыбыҙ булғаны өсөн онотмаҫҡа, иҫләргә бурыслыбыҙ. Мәңгелек дан Әбйәлил батырына! Тамерлан — заманыбыҙ геройы. Ул ошо урамдарҙа уйнап үҫте, Асҡар гимназияһында белем алды, тиҫтерҙәре кеүек матур киләсәк тураһында хыялланды. Юридик белем алып йөрөгән еренән үҙ теләге менән ил һағына баҫты һәм ир-егеткә фарыз бурысын үтәгәндән һуң, хәрби юлдан китергә ҡарар итте. Дан-шөһрәт өсөн түгел, намыҫ ҡушыуы, күңел талабы буйынса. Ул хәрби расчет командиры булды. Тыуған өйҙән йыраҡта күк йөҙө именлеген һаҡланы. Сүриәлә, Тажикстанда, аҙаҡ махсус хәрби операцияла һуңғы һулышынаса хәрбилек бурысын намыҫ менән үтәне. Ғүмер хаҡы менән түләп, ул үҙенең хәрби иптәштәре менән туғыҙ дошман ракетаһын тар-мар итте, был ҡаһарманлыҡ өлгөһө йөҙәрләгән башҡа ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалды, — тип Айрат Зиннәт улы ҡыҫҡа, әммә мең ғүмерҙәргә торошло Герой биографияһын бәйән итте, әбйәлилдәр һәм бөтә ватандаштар исеменән ысын Кеше, намыҫлы, ҡыйыу ул тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн Тамерлан Илһамовтың ата-әсәһенә — Айгөл Милләт ҡыҙына һәм Айсар Әнүәр улына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уларға сабырлыҡ теләне.
— Бөгөн икеләтә байрам. Беҙҙең өсөн айырыуса тулҡынландырғыс көн. Батырҙарса һәләк булыуына өс йыл тулып үткәндән һуң, Тамерланыбыҙға тыуған ауылында һәйкәл асыла. Улымдың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарған район хакимиәтенә, һәр саҡ ярҙамдарынан ҡалдырмаған, рухи терәк булған «Боевое братство» ир-уҙамандарына һәм бюсты эшләгән скульпторҙар Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуровҡа оло рәхмәтемде белдерәм, — тине батырҙың әсәһе Айгөл Шакирова.
Ир-егеттәр иламай тиһәләр ҙә, Тамерландың атаһы был сарала күҙ йәштәрен тыя алманы. Ул, үҙ сиратында, һәйкәлдәр хәтер йәшәһен өсөн кәрәк тине, сая рухлы, ҡаһарман улдар үҫтергән әсәйҙәргә рәхмәт әйтте, ил-йортҡа тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләне.
Бюст өҫтөндәге япманы асыу хоҡуғы хаҡлы рәүештә Геройҙың ата-әсәһенә бирелде. Исемендә тимер сыңы сағылған Тамерлан тыуған ерендә бронза һын булып ҡалҡты. Һәйкәлдең нәҡ ул яратҡанса бөхтә генә йәтеш ерҙә урынлаштырылыуына батыр рухы ла риза булғандыр, моғайын.
Сарала ҡатнашыусылар — етәкселәр, МХО ветерандары, яугир әсәләре, йәмәғәт ойошма-лары вәкилдәре, геройҙың туғандары һәм яҡындары бюст-һәйкәл алдында тын ҡалып, батыр рухы алдында баш эйҙе. Постаментҡа хәтер символы булған уттай ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һалынды.
Бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң, Заһит Ғәбитов башҡарыуында Тамерлан батырға арналған яңы йыр яңғыраны. Был йырҙың премьераһы күптән түгел Т. Илһамов иҫтәлегенә уҙғарылған ат сабышында булып үткәйне.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.