Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
30 Октябрь 2025, 15:21

"Улыбыҙҙың еңеү менән ҡайтыуы - иң бәхетле мәл буласаҡ"

Ҡырҙас ауылынан Зөлфиә һәм Насирйән Йыһануровтарҙың улдары Фәйез махсус хәрби операцияла. 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияға эләгеп, ул өс йыл үҙенең хәрби бурысын лайыҡлы үтәй.

Ауылдың эшсән, матур ғаиләләренең береһе ул Йыһануровтар. Ғаилә башлығы Насирйән Муллайән улы Әхмәттеке, хеҙмәт юлын да тыуған ауылында башлай. Дүрт йыл фермала бригадир булғас, уны Ҡырҙас фермаһына эшкә саҡыралар. Зөлфиә Харис ҡыҙы һауынсы була. Йыһануровтарҙың татыу ғаиләһендә өс ул тәрбиәләнә. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап эшһөйәр, тырыш булып үҫәләр. Ирле-ҡатынлы һайлаған һөнәрҙәре ауыр булыуға ҡарамаҫтан, уға тоғро ҡалып, бөтә ғүмерҙәрен ауыл хужалығында эшләүгә арнаған кешеләр. Насирйән Муллайән улы дүрт тиҫтә йыл малсылыҡта, Зөлфиә Харис ҡыҙы утыҙ йыл һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сығалар. Пенсияла ла эштән айырылмайҙар, үҙ хужалыҡтарында өс һыйыр аҫрап, мал, ҡош-ҡорт ҡарау мәшәҡәттәре менән көн үткәрәләр. Бесәнде малайҙары «Беларус»тары менән әҙерләй.
Өлкән улдары Наил, кинйәләре Рөстәм Магнитогорск ҡалаһында төҙөлөш өлкәһендә эшләйҙәр. Уртансылары Фәйез дә МХО-ға киткәнсе ошо ҡалала эшләгән.
— Улыбыҙ махсус операцияға киткәндән бирле, уның өсөн борсолоп көндәр генә түгел, айҙар-йылдар үтә. Ашаған ашыбыҙ тамаҡ түгел, йоҡобоҙ йоҡо түгел. Иҫән-һау йөрөһөн тип ҡорбан салдырабыҙ, бөтә теләктәребеҙҙе Фәйездең имен йөрөүенә бағышлайбыҙ. Ҡасан шылтыратыр тип көтөп кенә ултырабыҙ, — ти әсә улы өсөн борсолоп.
Фәйез Насирйән улы быйыл апрель айында хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн «Генерал Шайморатов» миҙалы менән бүләкләнгән. Ғәзиз улдарының наградаһы ата-әсә өсөн әлбиттә, ҙур ғорурлыҡ. 
— Тиҙерәк был операция бөтһөн, бөтә улдарыбыҙ имен-аман үҙ йорттарына ҡайтып инһен ине. Яҡындары шунда йөрөгән барыһының да теләге шулдыр, — ти Зөлфиә Харис ҡыҙы. — Ярай, ауылдаштарыбыҙ хәл-әхүәл белешеп тора. Ҡырҙас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәйзуллин клубта уҙған сараларға саҡырып, ярҙам кәрәкмәйме тип гел һораша. Болоҡһоп торған күңелде баҫып, кеше араһында йөрөп ҡайтһаҡ та һәйбәт.
Улдары Фәйез мобилизацияға ауылдашы Фидан менән бергә эләккән, бер урында хеҙмәт итәләр, бер блиндажда йәшәйҙәр. Балаҡайҙары өсөн ут йотҡан ата-әсәйҙәр «Шылтыраттымы, ни хәлдәрҙә беҙҙең малайҙар?» тип бер-береһенән һорашып ҡына тора. Отпускыға ҡайтһалар, күстәнәстәр биреп ебәрәләр. 
Уңған, өлгөр хужабикә Зөлфиә апай ҡабарып ҡалҡҡан ҡамырынан икмәк яһап, мейескә оҙатты ла үҙе илаулап: «Асыҡмаймы, өшөмәйме икән, тип үҙәгем өҙөлә. Ҡасан ғына ҡайтыр инде?! Күмәкләп өҫтәл артына ултырып, яңы бешкән икмәк, тәмле бишбармаҡ менән һыйлар инем. Улыбыҙҙың еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуы — иң бәхетле мәлебеҙ буласаҡ».
«Салауат» ЯСЙ-һы МХО яугиренең ата-әсәһенә ярҙам күрһә-теп, Йыһануровтарға район гәзитен яҙҙырған. 
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас