Рәүеф ағайҙың: «Һәр ҡыҙым ун малайға торошло!» — тип маһайып ғорурланыуында хаҡлыҡ бар. Медицина институтында теш табибына уҡып сыҡҡан Ғәлиәләре баш ҡалала шәхси стоматология клиникаһын етәкләй. Нәйлә менән Гүзәлиә Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, икеһе лә уҡыуҙарын аспирантурала дауам итеп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Ҡыҙҙарҙың кинйәһе — фән эшмәкәре. Гүзәлиә Рәүеф ҡыҙы бөгөн Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының философия факультеты доценты. Нәйлә иһә махсус хәрби операцияла Тыуған ил намыҫын яҡлай.
— Өс ҡыҙымда өс төрлө характер. Ғәлиә араларында иң шымы. Гүзәлиә уйлап эш иткән төплө фекерлеһе. Ә Нәйлә тиктормаҫы. Апайынан һуң ир бала тыуһын тип көткәнгәме, бәләкәйҙән малайҙар һымаҡ булды. Ҡыҙҙарға магазиндан матур күлдәктәр алып кейҙереп сығарһам, Нәйлә шул уҡ көндә йыртып ҡайтыр ине. Хәрби булам тип хыялланды. Өйҙә Лениндың ялтыр төймәле шинелдәге һүрәте була торғайны, шуға ҡарап мин дә шинель кейәм, тип һөйләп аптырата торғайны. Асыҡ-ярыҡ, бөтә ерҙә актив ҡатнашҡан балам алдына алғанын эшләмәйенсә ҡуйманы. Ныҡ сәмле, ғәрсел булды. Яҡшы уҡыны. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға барыуҙы ла үҙе хәл итеп, өҙмәй ҙә ҡуймай шунда китте. Гимназиянан һуң Башҡорт дәүләт университетының ҡыҙҙар бигүк өнәп еткермәгән тарих факультетын һайланы, — тип һөйләй әсәләре.
Рәйлә апайҙың хәтирәләр бәйәнен ошо ерҙән артабан үҙем дауам итеп китә алам. Нәйлә Ирназарова менән юлдарыбыҙ нәҡ студент йылдарында БДУ-ла киҫеште. Ут кеүек янып торған Ташбулат ауылы ҡыҙы Өфөләге Әбйәлил йәштәре ойошмаһын етәкләне. Уның башланғысында райондаш студенттарҙың баш ҡалала йәшәүсе зыялы яҡташтар менән бергә төшкән фотоһүрәтебеҙ минең шәхси альбомымда әле лә һаҡлана. Ул ваҡытта фотоға төшөү ҙә үҙе бер ҡатмарлы сара ине. Ҡайҙа ул хәҙерге кеүек һәр кемдең ҡулындағы камералы телефондар, фәлән көндә, шул урында осрашабыҙ тип йәшен тиҙлегендә хәбәр оҙатырға интернет-чаттар? Хәтеремдә, Нәйлә Киров урамындағы фотосалон менән килешеп, яҡташтарҙы тәғәйен көнгә шунда йыйыуҙы ойоштороу өсөн йүгереп йөрөнө. Унан тыш студенттарҙың район етәкселеге менән осрашыуын үткәреүҙә, тыуған яҡтан күстәнәстәр тейәп килгән йөк ылауын таратыуҙа, аҙаҡ студенттар һабантуйын уҙғарыуҙа үҙен ойоштороу һәләттәренә эйә сос, егәрле етәксе — рәйес итеп күрһәтте.
— Нәйлә үҙен төрлө өлкәләрҙә һынаны. Кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлағандан һуң, фәнде ҡалдырып төҙөлөштә эшләне, прораб булып йөрөнө. Хәрби булам тигән хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында хәрби академияға уҡырға инде. Кейәүебеҙ Дмитрий ҙа хәрби кеше, шуға күрә ҡыҙыбыҙҙың был ҡарарын тыныс ҡабул иттек. Икенсенән, ул ниәтенән кире ҡайта торған кеше түгел. Махсус хәрби операцияның башынан кейәүебеҙ шунда офицерҙар составында хеҙмәт итә. Нәйлә улы менән Өфөлә ҡалды, — тип дауам итә Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙы. — 2023 йылдың авгусында атаһы менән икәүләп Красноусольскиҙа шифаханала ял иттек. Хәл белешергә килгән Нәйләбеҙ: «Атай, әсәй, борсолмағыҙ, мин МХО биләмәһенә барып ҡайтам», — тине. Ул был хәбәрҙе беҙгә шундай матур, еңел генә итеп еткерҙе. Әйтерһең, ул бара торған урында хәүеф-хәтәр бөтөнләй юҡ һымаҡ ине. Бына ғына кире ҡайтып төшөр тигән ышаныста фатихабыҙҙы биреп торҙоҡ та ҡалдыҡ. Шунан бирле махсус хәрби операцияла йөрөй, элемтә һуҙа. Бәйләнешкә сыҡмай китһә, йөрәкте усҡа тотоп ултырабыҙ. Күберәге мин хәлен һорап хәбәр ебәрәм. Яуап яҙмаһа ла, уҡыны тигән зәңгәр тамға янһа, йылы булып китә. Яраланып госпиталдә ятып сыҡты, тәнендә бик күп ярсыҡтар ҡалды. Кейәү менән икәүһе госпиталдән һуң бергә хәрби часткә оҙатылғастары күңелебеҙ бер аҙ тынысланды. Унда ла хеҙмәте еңелдән түгел. Иҫән-һау ғына булһындар, туҡтаһын инде был мәхшәр...
52 йыл парлы ғүмер кисергән, балаларының шатлыҡ-уңыштарынан йәшәү көсө алған Рәйлә һәм Рәүеф Ирназаровтар көткән тыныслыҡ таңы тиҙерәк атһын. Йәшәүҙәренең йәме лә, ғәме лә — балалар. Рәүеф Ҡәйүм улы виноградына тиклем мул уңыш биргән бай баҡсаһын ҡалала йәшәгән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн үҫтерә. Күмәкләп төп йортта йыйылыуҙары үҙе бер ғүмер. Тулы ғаилә менән өҫтәл түңәрәтеп ултырыр көндәре яҡын киләсәктә булһын!
Ҡыҙҙары МХО-ла ҡатнашҡан Ирназаровтар ғаиләһенә «Салауат» ЯСЙ-һы 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.