2022 йылдың сентябре. Бөтә ғәмде шомландырған мобилизация һүҙе ҙур булмаған Ҡырҙас ауылының байтаҡ ғаиләләренә ҡағыла. Улы Уралдың был хаҡта әйтеүен әсәһе Земфира Рәйес ҡыҙы төштәгеләй хәтерләй. Илау-ярһыуҙары үткәс, үҙен ҡулға ала.
— Беҙҙең яҙмышҡа төшкән һынауҙыр тип тынысландым. Мин илаулап ултырып ҡалһам, улыма ла ҡыйын бит инде. Күҙ йәштәремде күрһәтмәй генә юлына ул яратҡан йыуаса-ҡоймаҡ бешереп һалдым. Йөрәгемде үҙе менән өҙөп алып киткәндәй хәлдә ҡалдым, — ти Земфира апай һағыш тулы ҡараштарын алыҫҡа төбәп.
Ҡәҙерле балаһын алыҫҡа оҙатҡан әсәгә был һынауҙың башы ғына булған икән. Артиллерист булып хәрби хеҙмәтен үтәгән улын хәүеф-хәтәр һағалап ҡына тора. Ай ярым элек, дрон ярсығы тейеп ауыр яралана. Әлеге ваҡытта госпиталдә дауалана, тәнендә ярсыҡтар тороп ҡалған, төндәрен йоҡлай алмай һыҙлана. Йәрәхәте бер аҙ уңалғас, өйгә ҡайтармаҫтармы тип өмөтләнә әсә. Өс йыл эсендә уға ни генә кисерергә тура килмәгән — өс тапҡыр ҡаты яраланыуы, ай ярымдан ашыу бәйләнешкә сыҡмауы йәнен өҙгөләгән. Яман уйҙарынан ҡасырға теләп, көн-төн улының тауышын ишетергә яҙһын тип теләп доғалар уҡый. Хоҙай әсәнең изге теләген бойомға ашыра. Кәләш алырға, балалар үҫтерергә өлгөрмәгән улы — йәшәргә тейеш, доғаларым яҡлап-һаҡлап торор тип ышана ул.
Земфира Латипова 25 йыл Ҡырҙас фермаһында һауынсы булып эшләгән. Хәҙер урмансылыҡ питомнигында ағас үҫентеләре өсөн орлоҡ сәсеү, утау һәм урманға үҫентеләр ултыртыуҙа йөрөй. Ире күптән инде вафат, дүрт балаһына терәк-таяныс булып донъя көтә. Улар үҫеп төрлө яҡҡа таралышҡан. Яңғыҙмын тип тормай өс һыйыр, һарыҡтар аҫрай. «Ауылда малһыҙ булмай», ти уңған ҡатын. Йәй малға бесән әҙерләшеүҙә балалары ярҙамлаша.
Әсәнең бер генә теләге — тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланып, бөтә улдарҙың иҫән өйҙәренә ҡайтыуы.
* * *
Ошо көндәрҙә улы Уралдың ҡаһарманлығы бер юлы ике награда Батырлыҡ өсөн һәм Г. Жуков исемендәге миҙалдар менән бүләкләнеүе билдәле булды.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
«Салауат» ЯСЙ-һы яугир әсәһе Земфира Латиповаға ярҙам йөҙөнән «Осҡон» гәзитен яҙҙырған.