Район хакимиәте хәрби комиссариат менән берлектә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары менән ойошторған осрашыу көн ҡаҙығындағы мөһим темаға — пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә контракт буйынса хеҙмәт итеү үҙенсәлектәренә арналды.
Буласаҡ һалдаттар район башлығы Айрат Әминев, хәрби комиссар Андрей Илларионов, «Талисман» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Шөһрәт Әширов, йәш техниктар станцияһының «Бөркөт» түңәрәге етәксеһе Салауат Фазлетдинов һәм ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугир яҡташыбыҙ, пилотһыҙ осоу аппараты операторы булып хеҙмәт иткән Асҡар егете «Раф» менән осрашты.
Сара йәнле әңгәмәгә ҡоролдо һәм диалог форматында уҙыуы менән йәштәр тауышын ишетеү, фекерен белеү йәһәтенән уңышлы булды. Йәш быуын хәҙерге армияның заманса юғары технологияларға нигеҙләнеп эш итеүен яҡшы аңлай. Спикерҙар иһә армияның ҡеүәте, «күҙ-ҡолағы» булған был ҡатмарлы системалар менән идара итеүгә радиоэлектроника, программалаштырыу, картография, инженерия һәм башҡа өлкәләр буйынса тәрән белемгә эйә һөнәр-мәндәр талап ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, бы-ның өсөн яңы булдырылған элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүгә контракт төҙөүселәр башта махсус хәрби уҡыуҙар үтеүен билдәләне һәм уның киләсәк тормоштағы перспективалары тураһында һөйләне.
— Пилотһыҙ осоу системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү — иртәгәһе көн һөнәре. Уға эйә булыусыларға армияла ла, «гражданка»ла ла бөтә юлдар ҙа асыла, — тине Айрат Зиннәт улы.
Был хәрби профессия, уның үҙенсәлектәре, МХО-лағы технологиялар алышы тураһында БПЛА операторы «Раф»тың һөйләгәнен башҡалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, яугиргә һорауҙар бирҙе.
«Бөркөт» түңәрәге етәксеһе Салауат Нәжип улы үҙ ҡулдары менән йыйған дрондарҙы күрһәтеп кенә ҡалманы, ә егеттәргә идара итеп ҡарау мөмкинлеген бирҙе, ҡыҙыҡһыныусыларҙы түңәрәккә саҡырҙы.
Айрат Әминев, форсаттан файҙаланып, яңы быуын геройы «Раф»ты «Әбйәлилдең яугир-геройы» күкрәк билдәһе менән бүләкләне. Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы ла буш ҡул менән килмәгәйне. Ул муниципалитет башлығына һәм «Талисман» ирекмәндәр төркөмөнә яугир-ҙәргә күрһәтелгән гуманитар ярҙам өсөн «Алға» батальоны командованиеһының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
«Рәсми өлөштән һуң егеттәр таралырға ашыҡманы. Бында, ысынлап та, ҡыҙыҡһыныу ҙур ине. Тимәк, осрашыу бушҡа үтмәне.
Илһөйәрлек — ул матур һүҙҙәр генә түгел. Был — аныҡ перспективалар, лайыҡлы һөнәр һәм технологияларҙың алғы һыҙығында Ватанға хеҙмәт итеү. Һәм беҙҙең бурыс — һәләтле йәштәргә ошо юлды табырға ярҙам итеү», — тип яҙҙы был хаҡта «Бәйләнештә» селтәрендәге битләүендә район башлығы А. З. Әминев.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.