Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Февраль , 15:04

Йәшәү өсөн көрәш, йәки ике аяғың һау былһын!

Был һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһен аяҡһыҙ ҡалып, ут эсенән арҡаһында шыуышып сығырға мәжбүр булған, үҙе 20-нән артыҡ операция үткәргән яугир генә аңлай торғандыр. Фәнис Сөнәғәтовтың рухи батырлығы хаҡында замандаштарыбыҙ белергә һәм онотмаҫҡа тейеш.

Яугир Фәнис
Яугир Фәнис

Ил саҡырғас, изге яуға!

27-се дивизияның 506-сы полкында хеҙмәт иткән өлкән уҡсы, кесе сержант Фәнис Сөнәғәтов тыуған илебеҙҙе һаҡларға үҙ теләге менән 2024 йылдың мартында юллана. Шул йылдың майынан уҙаман алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Тырышлығы, күрһәткән батырлығы өсөн уға командованиеның Рәхмәт хаты тапшырыла. Үткән йылдың февралендә яугир ҡаты яралана. Уның һөйләүенсә, үҙенең артынан ҡыуа төшкән дронға ул автоматынан ата-ата ышыҡланыр урын эҙләй. Әммә һауалағы дошман унан көслөрәк булып сыға. Төркөмдәге алты кешенән ул бер үҙе генә иҫән ҡала. Батҡаҡлы ерҙән яралы килеш салҡатан килеш ул ике-өс сәғәт шыуыша.
— Башта ике аяҡты ла, ҡан ағып бөтмәһен өсөн, жгут менән ҡыҫып бәйләнем, — ти Фәнис үҙе өсөн иң мәшхәрле көндө хәтерләп. — Минометчиктарға шыуышып барып еттем яйлап, улар ауыртыныуҙы баҫыр өсөн миңә укол ҡаҙап, ярамды таҙалап бәйләгәс, госпиталгә оҙатты.

...Оҙатты тигәс тә, туптар яуып торғас, уныһы ла ике көнгә һуҙыла.

Дрон ырғытҡан шартлатҡыс ярсығы уң аяғының балтыр итен әйләндереп сығарған, һөйәкте тишеп үткән була.

Бөгөн яу яланында пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме көслө, күп яугирҙәребеҙҙең ғүмерен өҙөүсе лә нәҡ улар. Яҡташыбыҙ ҙа БПЛА һөжүменән зыян күрә. Бөгөн илебеҙҙә БПЛА буйынса яңы төр ғәскәр булдырыу ыңғай күренеш. Республикала ошо төр ғәскәрҙәр комплектлана башланы. Был тәңгәлдә махсус уҡыу үҙәктәре булдырылыуы ла һәйбәт. Сөнки тыныс тормошта ла  бындай белгестәргә ихтыяж ҙур буласаҡ.

Питерҙа, госпиталдә

— Бер аяғыңды ҡырҡырға тура килер, — тиҙәр табиптар уны ҡарағас. Сөнки аяҡтағы һөйәк һынып ҡына ҡалмаған, юҡҡа сыҡҡан. Фәнис күнә. Шул ваҡыт уның янына Санкт-Петербург медицина академияһы хирургы Максим Борисович Борисов килә.

— Үҙ яуаплылығыма алам, аяғыңды һаҡлап ҡалабыҙ, — ти ул ышаныслы итеп. Янбаш һөйәгенән туҡыма алып, аяҡ һөйәген ялғап ҡуйғансыға тиклем әле 20-нән артыҡ операция үтергә тура килә Фәнискә. Максим Борисовичтың ҡатмарлы операцияһынан һуң яугир ике айға реабилитацияға ебәрелә. Яйлап ул аяҡҡа баҫа, таяҡҡа таянып йөрөй ҙә башлай. Был үҙе бер мөғжизәгә тиң! Табиптарҙың оҫталығы, яугирҙең сыҙамлығы, йәшәү өсөн көрәшеүе һөҙөмтәһендә тыуған бер мөғжизә ул! Ошо батырлыҡ тураһында «Йәшәү өсөн көрәш» («Гонка за выживание») фильмын (авторы Евгения Крикина, режиссеры Андрей Крохалев) ҡарау ошо ваҡиғалар ҡайҙалыр түгел, тап беҙҙең көндәрҙә, ысынбарлыҡта барғанлығын төшөндөрә. Беҙҙең заман табиптарының оҫталығы хаҡында фильмдың төп ҡаһарманы тап беҙҙең яҡташыбыҙ булыуы ғорурлыҡ уята.

Илһөйәр ғаилә

Фәнис Данис улы Сөнәғәтов Мәйгәште ауылында 1983 йылдың 5 июлендә тыуған. Әлеге ваҡытта ул Белорет районы Үҙәнбаш ауылында йәшәй. 26-сы һөнәрселек училищеһында балта оҫтаһы һөнәрен алып сыға һәм ДОСААФ мәктәбен тамамлай. Өс бала атаһы. Ата-әсәһе – ябай ауыл кешеләре, әсәһе — Земфира Зәки ҡыҙы һәм атаһы — Данис Бикйән улы өс бала тәрбиәләгән. Атаһы ғүмер буйы урман хужалығында эшләгән.

Фәнис Данис улы «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», «МХО-ла күрһәткән хеҙмәте өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән наградланған. Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителгән. Фәнис менән уның ғаиләһе ғорурлана. Нәйлә һеңлеһе ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылған. Розалия, Стәрлетамаҡта йәшәй.

Әлеге ваҡытта Фәнис Санкт-Петербург медицина академияһында реабилитиция үтеүен дауам итә. «Бөтә хыялым — тиҙерәк һауығып сығыу. Өйҙә балаларым, ата-әсәйем, һеңлеләрем көтә», — ти ул.

Фәнис янына Санкт-Петербург ҡалаһындағы «Красный Октябрь» хәрби-сәнәғәт комплексында эшләгән яҡташтарыбыҙ килеп йөрөй. Улар госпиталдәрҙәге яралы яугирҙәргә булышлыҡ итеү өсөн «Ярҙам итәйек!» («Поможем!») ирекмәндәр төркөмө ойошторған. Фәнис менән мине тап ошо изге эш менән булышҡан Лариса апай Өмөтбаева таныштырғайны. «Бына кем хаҡында мотлаҡ яҙырға кәрәк!» — тигәйне ул.

Ысынлап та, Фәнистең кисергәндәрен күңелдән үткәрһәң, уның тыуған илебеҙгә һөйөүе, тормошто яратыуы өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Сабыр, тәүәккәл, намыҫлы башҡорт уҙаманы яҙмышына төшкән һынауҙы ысын ирҙәрсә сыҙам күтәрә. Уға тиҙерәк һауығып тыуған яҡтарына ҡайтыуын теләйек.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Читайте нас