Геройҙар дәүере
3 Апрель , 06:01

Мәңгелек дандары ҡалды...

Ғорурлыҡ һәм һағыш, шатлыҡ һәм күҙ йәштәре — ҡапма-ҡаршылыҡтарға буйһонған күңел торошон аңлатырлыҡ түгел ине был көндә. 1-се Асҡар урта мәктәбендә белем усағының махсус хәрби операцияла һәләк булған дүрт батыр уҡыусыһы иҫтәлегенә Герой парталары асылды.

Сараға яугирҙәрҙең ғаиләләре саҡырылды, дуҫтары, һабаҡташтары йыйылды, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды социаль координаторы, МХО ветераны Илнур Ҡарабулатов, ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе етәксеһе Айрат Хәкимов, «Боевое братство» ойошмаһы рәйесе Рузил Низаметдинов ҡатнашты, ҡайғылаштарына терәк итеп иңдәрен ҡуйырға яугир әсәләре Дилә Ғәлиуллина һәм Әлфиә Ғиләжева (уларҙың улдарына парталар үткән йылдарҙа булдырылды) килде.

Хәтер һәм дан дәресендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Айҙар Салауат улы «Герой партаһы» уҡыусы балаларға батырлыҡ, илһөйәрлек тураһында һөйләүсе мәғариф проекты булыуын, уның артында ултырып белем алыу хоҡуғы тик уҡыу алдынғыларына бирелеүен әйтте, тыныслыҡ өсөн яуҙа ауған батырҙар исемдәрен бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡлығы тураһында иҫкәртте.

Афған һәм Чечен һуғыштарын үткән хәрби хәрәкәттәр ветерандары Айҙар Әхмәтйәнов менән Рузил Низаметдинов Тыуған ил өсөн башын һалған яугирҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла көрәшеүсе ир-егеттәребеҙҙең яҡын киләсәктә еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Сараны алып барыусылар исемдәре артабан хәтерҙә, таҡтаташтарҙа һәм парталағы яҙыуҙарҙа йәшәйәсәк геройҙарҙың ҡыҫҡа, әммә данлы биографиялары менән таныштырҙы. Уларҙың ҙур тормошҡа һуҡмаҡтары Асҡар урта мәктәбенән башланғыс алған һәм яҙмыш барыһын да күңел ҡушыуы, ирлек намыҫы саҡырыуы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә ташлаған. Дүртәүһе лә үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған.

«Өлкән лейтенант Сафин Радик Юлай улы. 1972 йылдың 25 сентябрендә тыуған. 2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләгә һәм МХО биләмәһендәге тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта һуғыша. Хәрби бурыстарын үтәгәндә ике тапҡыр яралана, дауаланып кире сафҡа баҫа. 2025 йылдың 7 апрелендә батырҙарса һәләк була».

«Өлкән сержант Сәлихов Салауат Дәүләт улы. 1983 йылдың 21 сентябрендә тыуған. 2024 йылдың көҙөндә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ҡыҫҡа ғына яу юлын ысын батыр булып үтә. Үҙен оҫта һуғышсы, ышаныслы хәрби иптәш итеп күрһәтә. 11 ноябрҙә Селидово ҡалаһы янындағы ҡаты бәрелештә һәләк була».

«Өлкән сержант Фәхрисламов Альфред Әсләм улы. 1979 йылдың 22 ғинуарында тыуған. 2023 йылда үҙ теләге менән контракт яҙып ил һағына баҫа. 2025 йылдың 1 февралендә ҡанлы бәрелештә батырҙар үлеме менән ауа...»

«Кесе сержант Итекәйев Салауат Илшат улы. 1992 йылдың 10 ноябрендә тыуған. Армиянан һуң контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүен дауам итә. Ете йыл ғүмерен Тажиҡстанда, Сирияла хеҙмәт итеүгә бағышлай. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташыбыҙ 2017 йылда «Тажиҡстандағы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградлана. 2024 йылда йәнә контракт төҙөп МХО-ға юллана. 2025 йылдың 3 ғинуарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була».

Яугирҙәрҙең шәхси сифаттары, ғаиләлә ниндәй ир-егет булыуҙары тураһында яҡындары бәйән итте. Радик Юлай улының хәләл ефете Сәғиҙә Нуриәхмәт ҡыҙы буласаҡ тормош иптәше менән мәктәп йылдарынан таныш булыуҙары, ғаилә ҡороп өс балаға ғүмер биреүҙәре тураһында һөйләне. Йәштән сая холоҡло, ҡаһарман рухлы булыуы менән айырылған Радик Магнитогорск тау институтында уҡыу менән бер рәттән хәрби кафедра үтә, унан һуң Улан-Удэла һалдат бурысын намыҫлы үтәй, икенсе кампания Чечен һуғышында ҡатнаша. Запастағы офицер булараҡ, 2022 йылдың сентябрендә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация буйынса ил саҡырыуын аңлап ҡабул итә һәм ҡәҙерле ғаиләһен, балаларын ҡалдырып, шәхси мәнфәғәттәрен артҡы планға ҡуйып, Тыуған ил өсөн көрәшкә баҫа. «Балалар атайҙарының данлы исеменә тап төшөрмәй: Вилдан менән Розалия һайлаған һөнәрҙәре буйынса тырышып эшләп йөрөй. Әмирхан атаһы батырҙарса үлгәндән һуң, хәрби юлды һайланы — Ишембайҙа Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусында уҡып йөрөй», — тине герой ҡатыны.

Салауат Сәлиховтың әсәһе Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы улының шаян, сос малай булып үҫеүе, техника менән ҡыҙыҡһыныуы, атаһының юлынан китеп водителгә уҡыуы, армиянан һуң ғаилә ҡороп ике балаға атай булыуы, төрлө ойошмаларҙа эшләүе хаҡындағы хәтирәләре менән бүлеште.

Милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен лайыҡлы йөрөткән тағы бер ҡаһарман яҡташыбыҙ Салауат Итекәйевтың әсәһе Зәкирә Ғәлимйән ҡыҙы улының мәктәптән һуң, бөтә ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлауына ғорурлыҡ тойғоһо кисерһә лә, үҙе өсөн йәшәргә өлгөрмәүенә үкенес белдерҙе. «Башҡа әсәләргә бала ҡайғыһы күрергә яҙмаһын, һуғыш туҡтаһын! Беҙҙең балаларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған саралар өсөн район етәкселегенә һәм мәктәп администрацияһына рәхмәт белдерәм», — тине ул.

Ил өсөн кәрәк мәлдә яугирлек юлын һайлаған Альфред Фәхрисламовтың да бынамын тигән ғаиләһе, бәлиғ булмаған өс балаһы ҡалған. Ҡәҙерле кешеһе тураһында асыҡ йөҙлө, туған йәнле булды, тип ҡатыны Ләйсән Ғәлийән ҡыҙы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Микрофон шулай уҡ батырҙарҙың һүҙ алырға теләгән ағай-апайҙарына, ҡусты-һеңлеләренә, башҡа туғандарына, һабаҡташтарына ла асыҡ булды. Улар барыһы ла ҡаһарман рухлы туғандары, класташтары өсөн ғорурланыуҙарын белдерҙе. Радик Сафиндың һабаҡташы Рамил Шириязданов үҙе яҙған шиғырҙы уҡыны.

ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе етәксеһе Айрат Хәкимов мәктәп уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп, яҡты киләсәк өсөн башын һалған ҡаһармандар исеменә тап төшөрмәй тырышып уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, Тыуған илде яратырға өндәне.

Парталар өҫтөндәге ябыу тантаналы асылды. Улар артында беренсе булып ултырыу хоҡуғы яугирҙәрҙең балаларына — Әмирхан Сафинға, Альбина Фәхрисламоваға һәм яугир апа-ағайҙары белем алған мәктәптә хәҙерге ваҡытта уҡып йөрөгән Әмир Шәмсетдинов менән Арслан Итекәйевҡа бирелде.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас