



1894 йылдың 4 мартында ярлы крәҫтиән Шәйхислам ғаиләһендә ир бала тыуғас, буласаҡ командир донъяға килде, тип ул саҡта кем генә уйлай алһын. Ярлы тормош михнәттәрен бәләкәй сағынан татып үҫә малай.
Шәйхислам Ырыҫҡоловтың хужалығында бер аты һәм бер һыйыры, ун биш десятина ере булған. Ғаиләһен аҫырау өсөн урындағы байҙарға ялланып эшләргә тура килә. Революция ла ғаиләгә һиҙелерлек еңеллек килтермәй. Унан һуң Ырыҫҡоловтар күп көс һалып кәртәләге малдарын бер һыйырға һәм сусҡа балаһына ғына арттыра ала. Был ваҡытта балалар арыу уҡ булып ҙурая, ашарға ла уларға күберәк талап ителә, ә атай кешегә улар әлегә ярҙам итә алмай. Ғәббәскә ун йәше тулыу менән атаһы кеүек үк Ярлыҡап ауылы янында тау битләүҙәрендәге уңдырышһыҙ ерҙәрҙә бил бөгөргә һәм үҙенең тамағын үҙенә аҫырарға, бер үк ваҡытта хәлле кешеләрҙе байыҡтырырға тура килә. Мәктәпкә барыр урынға Ғәббәс 1905 йылдың август урталарынан ауылдашы С. Кәлимуллиндың һарыҡ-кәзәһен көтә башлай. Ғәббәстең йәштәштәре күбеһе ҡәҙимге тормош менән йәшәй, уйнай, һыу инә, балыҡ тота. Ә Ғәббәстең иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе көнө буйы мал артынан йүгереү менән үтә. Әле бер төркөм кәзә-һарыҡтар көтөүҙән айырылап китә, әле икенсеһе. Көндөң икенсе яртыһында арыған малдар йылға буйындағы ҡыуаҡтар күләгәһенә барып ятҡас ҡына малай ял итеп, бер телем икмәк менән эремсек ашап тамаҡ ялғап ала. Эҫе кәмей төшкәс, тағы ла йүгереүҙәр башлана. Өҫтөндә йылы кейеме, туйғанса ашарына ризығы булмаған Ғәббәскә ҡыш көнө тағы ла ҡыйыныраҡ була.
Ауылдағы байға ун дүрт ай бил бөккәндән һуң Ғәббәс, 14 йәш менән барғанда, Магнитная станцияһынан 50 саҡрым алыҫлыҡтағы Наваринка байы И. Ф. Кукоркинға барып яллана. Аҙаҡ атаһы, ағаһы менән бергә шул яҡтарҙа дегет ҡайнатыуҙа, күмер яндырыуҙа, ағас әҙерләүҙә эшләй. Яҙғы ташҡын ваҡытында ағасты Һаҡмар, Яйыҡ һәм Ҡуҡша йылғаларынан ағыҙалар.
1915 йылдың февралендә Ғәббәсте батша армияһына саҡыралар. Себер уҡсылар дивизияһының 39-сы уҡсылар полкы составында Ғәббәс Ырыҫҡолов тәүге көндәренән намыҫлы хеҙмәт итә. Германияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша, Георгий тәреһе ордены менән бүләкләнә, яралана. Ике йылдан һуң, 1917 йылдың апреле аҙағында уны Беренсе Улан кавалерия полкының унтер-офицеры итеп тәғәйенләйҙәр. Армияла өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, демобилизациялана һәм ауылына ҡайта.
Тиҙҙән Совет власы Урал аръяғына ла килеп етә. Ырыҫҡолов тыуған яғында Совет власын урынлаштырыуға ихлас тотона. 1918 йылдың февралендә яҡташтары уны волость ревкомы ағзаһы һәм Советтарҙың Верхнеурал өйәҙе съезына делегат итеп һайлай.
1918 йылдың 7 мартында Ғ. Ырыҫҡолов Тамьян-түнгәүер волосындағы ауылына Ҡыҙыл Армияға аттар мобилизовать итергә ҡайта. Бер айҙан Верхнеуралға 117 баш ат алып бара. Үҙе Каширин отрядының пулемет взводы составына инә.
Бер ваҡыт ул Белорет эргәһендә үҙенең 17 хеҙмәттәше менән ҡамауға эләгә, атаман Анненко полкына әсирлеккә төшәләр. Башта Белоретта тоталар, аҙаҡ Верхнеурал төрмәһенә ябалар. Һалдаттар етешмәү сәбәпле тотҡондағы кешеләрҙе обоз хеҙмәтенә ҡушалар. Әммә уларға ышанмай, шикләнеп ҡарайҙар. Имеш атаманға һөжүм итергә йыйыналар тип, тикшереп тә тормайынса, уйлап сығарылған «суд» ҡарары буйынса атырға ҡарар итәләр. Ғ. Рыҫҡоловтың ғүмере ҡыл өҫтөндә була.
Әммә 24 йәшлек көслө рухлы, урыҫ-герман һуғышын үткән егет үлергә теләмәй. Атырға алып барған ерҙән танышы булған төрмә һаҡсыһы Әүхәҙей Мостафин, уға уңайлы урында ҡасырға ярҙам итә. Ғәббәс Ырыҫҡолов иң алда аҡтар булмаған ергә сыға, шунан тыуған ауылына ҡайта, тиҙҙән Мортазин отрядына ҡушыла. Хеҙмәтен бүлек командиры булып башлай, шул уҡ ваҡытта взводтың командир урынбаҫары ла була. Ҡыйыу кавалерист, ҡурҡыу белмәҫ һуғышсы тиҙ арала взвод командиры, 1920 йыл ғинуар айынан беренсе Башҡорт кавалерияһы полкының эскадрон командиры итеп үрләтелә.
1921 йылдың 24 октябрендә Ҡотой ауылы эргәһендә Ырыҫҡолов етәкселек иткән отряд контреволюционер есаул Выдрин менән Луконин отрядын тар-мар итәләр. 27 октябрь Күсем ауылына һөжүм итә һәм ике пулеметты ҡулына төшөрә. Башҡортостанда контреволюционерҙар восстаниеһын баҫтырғандан һуң, Ырыҫҡолов эскадроны Себер, Алыҫ Көнсығыш яҡтарында ошондай уҡ операцияларҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр ҡаты яралана.
Граждандар һуғышы тамамлана. Кешеләр тыныс тормошҡа ҡайта. Эшкә ихлас күңел менән тотоноп, улар илде күтәреүгә тотоналар. Ләкин улар тиҙҙән бөтөн илдә репрессия башланыуын, беренсе сиратта граждандар һуғышы геройҙарын, советтарҙы булдырған, колхоз-совхоздарҙы ойошторған, завод-фабрикаларҙы төҙөгән кешеләрҙең зарар күрәсәген улар уйлап та бирмәй.
Ғәббәс Ырыҫҡолов башҡа активистар, революционерҙар, ҡыҙылармеецтар кеүек үҙенең тыуған яҡтарында яңы тормош төҙөү өсөн көрәшкә ихлас ҡушыла. 1923 йылдың ғинуарынан ул ауыл Советы рәйесе, 1924 йылдан волость Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1927 - 1930 йылдарҙа хужалыҡ эштәрендә була. Дүрт айлыҡ курста уҡып ҡайтҡандан һуң, 1931 йылда уны район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп ҡуялар. Әбйәлилдәрҙән ул үҙенең районында ошондай юғары вазифаны биләгән тәүге кеше була. Артабан ул Мәскәүҙә совет төҙөлөшө курсында уҡый, 1934 йылдың ғинуарынан — Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе, һуңыраҡ Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе була. Партия өлкә комитетының XVI конференцияһында ул ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты ағзаһы итеп һайлана (әбйәлилдәрҙән беренсе). Ғ. Ырыҫҡоловтың Мәсетлелә эшләгән осоро ил етәкселегенең иҡтисадты артабан үҫтереү, наҙанлыҡты бөтөрөү, илдең оборонаһын нығытыу урынына намыҫлы шәхестәрҙе эҙәрлекләү, партия сафтарын таҙартыу мәле була. Ғ. Рыҫҡоловҡа нахаҡ яла яғып, ул эшенән бушатылып, партиянан сығарыла һәм тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр була.
1937 йылдың 16 авгусында Ғ. Рыҫҡоловты НКВД хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Уны йәйәү башта Белоретҡа, унан Өфөгә оҙаталар. 21 ноябрендә БАССР НКВД-һы «тройкаһы» ҡарары буйынса үлем язаһына хөкөм ителә. Хөкөм 8 декабрҙә Өфөлә ғәмәлгә ашырыла.
1956 йылдың 16 июлендә БАССР Юғары суды президиумы БАССР НКВД-һы «тройкаһы»ның ҡарарын көсөнән сығара һәм яҡташыбыҙ аҡлана.


1961 йылда Ярлыҡап ауылында тыуған. Урындағы башланғыс мәктәбенән һуң, Ҡусҡар һигеҙ йыллыҡ, артабан Асҡар урта мәктәбен тамамлай. Белорет ҡалаһында ДОСААФ-та уҡып, водитель танытмаһы ала. Хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәргә тура килә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай ҡалаһында электромонтажсы булып эшләй. Районға ҡайтҡас, электр селтәрҙәренә электрик булып урынлаша. Хәрби хәрәкәттәр ветеранының намыҫлы хеҙмәте күп маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән билдәләнә.
Афған һуғышында ҡатнашыусыларҙың күптәре «Хәрби хәрәкәттәр өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Ришат «уны даулап йөрөүсе кеше» түгел ине.
— Бирмәгәс — бирмәгәндәр инде, беҙ хеҙмәт иттек, үҙебеҙҙең бурысты үтәнек. Ил ҡушҡан икән, ир-егет бурысын үтәргә тейеш, — тине ул бер осрашҡанда.
Эйе, ил ҡушҡан. Был бурыс. Тик намыҫлы хеҙмәт тә ваҡытында лайыҡлы баһаланһа яҡшы булыр ине....


Асҡар егете шулай уҡ батырҙар ғаиләһенән. Әсәһе Нуриҙә Мәхмүт ҡыҙы Ырыҫҡолова Ғәббәс олатай бүләсәһе.
Наил Таһир Кусимов исемендәге гимназияла белем ала. Мәктәп йылдарында спорт менән әүҙем шөғөлләнә, бейеү түңәрәгенә йөрөй. 2015 йылда Учалы сәнғәт колледжына уҡырға инә. Уҡыған осорҙа Учалы филармонияһында бейеү ансамблендә эшләй тырыш егет. Учалының хоккей командаһы составында ла ҡатнашып өлгөрә. 18 йәше тулғас, әрме сафына алына. Приморский крайында хеҙмәт итә. Хеҙмәттән һуң уҡыуын дауам итә. Уҡып бөткәс, йәш бейеүсе Сибай филармонияһына эшкә урынлаша.
Әммә илдә махсус хәрби операция иғлан ителеп, бер төркөм ижади иптәштәре менән 2022 йылдың 26 сентябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса МХО-ға юлланалар. Тәүге көндәрҙән алып алғы һыҙыҡта булған яҡташыбыҙ күрһәткән батырлыҡтары өсөн Суворов, «Хәрби батырлыҡ өсөн», «МХО-ла ҡатнашыусыға», «Донбасты азат иткән өсөн», генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, офицер Наил Заһир улы олатайҙар юлын лайыҡлы дауам итә.
Бына шулай бер заттан килгән тамырҙар ил һағында намыҫлы хеҙмәт иткән һәм итә. Әйткәндәй, Наилдың атаһы яғынан олатаһы Шәмсетдинов Муллабай Исмәғил улы ла 1942 йылда, 18 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышына алына. Тамбовтағы Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби училищены тамамлап өлгөрмәй, танкыға ҡаршы артиллерия дивизионы составында һуғышҡа инә. 1942 йылдың октябрь айында яралана, яраһы төҙәлеү менән пулеметсы итеп алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Тағы ҡаты яралана һалдат. Батырлығы II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән билдәләнә.
Ниндәй генә осор һуғышында ла илен, халҡын яҡлап яу сапҡан батырҙар онотолорға тейеш түгел. Улар даны мәңгелек.
Сәфинә ХӘКИМОВА,
БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.