«Улдарым менән ғорурланам!»

Илебеҙҙә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, берәүҙәр мобилизация буйынса ил һағына баҫһа, икенселәр үҙ теләге менән неонацизмға ҡаршы көрәшкә күтәрелде. Илгә ауыр саҡта ил терәге булырҙай, көслө рухлы яҡташтарыбыҙҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. МХО шауҡымы һәр ғаиләгә ҡағылды, тиһәк тә хата булмаҫ. Яңы Һамар ауылында йәшәгән Гөлбикә Маркованың ике улы ил именлеге хаҡына махсус хәрби операция зонаһында башын һалды.

Гөлбикә Сәйфулла ҡыҙының иң өлкән улы Данис әрмегә алынып, хәрби хеҙмәт итеү мөҙҙәте тулғас, контракт төҙөп, Уссурийск ҡалаһында ҡала. Ошонда үҙенең яҙмышын осратып, өйләнә. Кәләше Екатерина менән Динис, Милана исемле балалар үҫтереп, һәүетемсә, хеҙмәт итеп, тормош көтөп ятҡан бер мәлдә Ватанға ҡурҡыныс янағас, Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә махсус хәрби операция башланыуы тураһында Указға ҡул ҡуя. 13 йыл хәрби хеҙмәттә булған Данис Дәминдар улы тәүгеләрҙән булып, алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Ул танкка ҡаршы взводтың расчет командиры була. Яу яланында хәрби бурысын намыҫлы үтәгән яҡташыбыҙҙың батырлығы РФ Президенты В. Путиндың Рәхмәт хаты, Суворов, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән билдәләнә.

Әммә, үкенескә күрә, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай шул, уҙған йылдың авгусында гвардияның өлкән сержанты сираттағы хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Гөлбикә Сәйфулла ҡыҙының теләге менән улын ата-бабаларының тыуған ере булған Тупаҡ ауылына алып ҡайтып ерләйҙәр. Данис Зарипов заманында белем алған Таштимер мәктәбендә батыр яугир иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған,  уның исемен мәңгеләштереп герой партаһы асылған.

Гөлбикәнең икенсе улы Владимир ҙа ағаһы өлгөһөндә Ватан һағына баҫырға ҡарар итеп, махсус хәрби операцияға китә. Ул Таштимер мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Верхнеуралдағы агротехнология техникумының казак кадет корпусына уҡырға инә. Былтыр тамамларға тейеш була. Әммә бала саҡтан хәрби карьера тураһында хыялланған егет 2025 йылдың апрелендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана.

– Әлбиттә, Володяны МХО-ға бармаҫҡа хәлемдән килгәнсе өгөтләнем. Әммә ул: “Мин ағайым янында булырға тейешмен. Улдарың менән ғорурланырһың әле, әсәй!”, тип  һүҙендә ныҡ торҙо. Әммә МХО зонаһына барыуына бер нисә көн үтеүгә хәрби операциянан кире әйләнеп ҡайтманы Володя. Хәбәрһеҙ юғалды... – ти күҙ йәштәренә ирек биреп әсә.
“Яугир Владимир Марков һәләк булды” тип рәсми рәүештә танылһа ла, кәүҙәһен алып ҡайтып ерләмәгәс, улының үлемен ҡабул итмәй әсә йөрәге.

– Бәлки, әсиргә эләккәндер, шуға бәйләнешкә сыға алмайҙыр йәки ныҡ яраланып, госпиталдә ятып, аңына килеп, хәбәр ебәрер, – тип ҡайтып инеүенә өмөтөн өҙмәй Гөлбикә Сәйфулла ҡыҙы.

Иңенә төшкән ауыр ҡайғыларҙы йәшәүенең мәғәнәһе булған балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә баҫып, уларға терәк-таяныс булып ғүмер кисереүен дауам итә Гөлбикә Маркова.
Ҡыҙҙары Анжелика менән Светлана үҙ ғаиләләрен ҡорғандар, Магнитогорск ҡалаһында йәшәйҙәр, үҙҙәре балалар үҫтерә. Карина Ишембай ҡалаһы колледжында студенттарға музыканан белем бирә. Быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған Алишер ҙа киләсәктә хәрби булырға хыяллана. Фәрхәт, Азамат, Гөлгинә  Таштимер мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар.

Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт та үҫтерә ихатаһында Гөлбикә Сәйфулла ҡыҙы. Ул ғына ла түгел, курорт зонаһында урынлашҡан ашханаларҙың береһенә йөрөп эшләргә лә өлгөрә уңған ҡатын.

– Балаларым  ярҙамсыл булып үҫеп киләләр, ҡыҙҙар-малайҙар эшенә бүлеп тормайҙар, мәктәптән ҡайтыу менән кәрәк икән малды ла ҡарайҙар, ашарға ла бешерәләр, йорт эштәрен дә теүәлләйҙәр, – тип һөйләй ул-ҡыҙҙары хаҡында туғыҙ балаға ғүмер бүләк иткән әсә.

Ғаилә бергә йыйылғандаҒаилә бергә йыйылғанда
Ғаилә бергә йыйылғанда

«Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ Гөлбикә Сәйфулла ҡыҙы.

– Ватаныбыҙ хаҡына, ҡусты-һеңлеләренең бәхетле киләсәге өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән улдарым менән сикһеҙ ғорурланам. Тик бер генә теләк: илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен һәм яу яланында булған яугирҙәр ата-әсәләре, һөйгән йәрҙәре, балалары янына иҫән-һау Еңеү менән ҡайтһындар, – ти әсә. Шулай була күрһен.

Рәмилә Истанбаева.

Читайте нас