Геройҙар дәүере
23 Октября , 01:30

Буласаҡ табиптар БПЛА осорорға өйрәнә

Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар пилотһыҙ аппараттар буйынса айырым программа буйынса ла белем эстәй. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Буласаҡ табиптар БПЛА осорорға өйрәнәБуласаҡ табиптар БПЛА осорорға өйрәнә
Буласаҡ табиптар БПЛА осорорға өйрәнә

Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар "БПЛА менән идара итеү һәм ҡулланыу нигеҙҙәре" тигән айырым күп йүнәлешле программа буйынса уҡый. Был — вуздың юғары технологиялы ҡоралдарҙы белгән белгестәр әҙерләү программаһының бер өлөшө, ул "Фән һәм технологиялар ун йыллығы" милли проекты (нацпроект "Десятилетие науки и технологий") маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Программала теория менән практика бергә бара. Студенттар пилотһыҙ системаларҙың эш принцибын тәүҙә университеттың Киберүҙәгендәге заманса тренажёр комплекстарында өйрәнә. Аҙаҡ улар вуздың Тактик медицина уҡыу үҙәгенә күсә: киләсәк табиптар бында дрондарҙы осороу, идара итеү һәм ултыртыу күнекмәләрен ысын шарттарға яҡын хәлдә һынай.

Курста техник яҡтан тыш, БПЛА-ларҙы һаулыҡ һаҡлауҙа ҡулланыу мөмкинлеге лә айырым ҡарала. Студенттар дрондар ярҙамында биоматериалдарҙы, дарыуҙарҙы һәм иң кәрәкле әйберҙәрҙе ашығыс еткереү ихтималлыҡтарын өйрәнә, шулай уҡ медицина логистикаһы һәм санитар авиацияһы өсөн үҙ яңы ҡарарҙарын тәҡдим итә.

Фото: БДМУ сайты.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас