+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Март 2023, 14:19

“Парна” предприятиеһы мискә рәүешендәге мунсалар етештерә

Салауат ҡалаһы предприятиеһы махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн күсереп йөрөтмәле мунсалар әҙерләй

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

“Парна” предприятиеһы мискә рәүешендәге мунса етештерә. Завод ай һайын 60 мунса эшләй. Сеймалды Себерҙән алалар. Компания ҡиммәт булмаған, әммә ҡаты каркасҡа патент алған.

Әле предприятие тағы бер йүнәлештә эшен киңәйтеү өҫтөндә –– капсулалы йорттар етештерергә өйрәнәләр. Тәүге йортто йәй йыйырға ниәтләйҙәр.

Мунса етештереү эше “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә  Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. “Парна” предприятиеһының бер нисә төрлө дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлеге бар.

Әле компания махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн күсереп йөрөтмәле мунсалар әҙерләй.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/422397#scroll.

Читайте нас: