Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында Комсомол урамында «Атайсал» аллеяһына нигеҙ һалынды.. Экоакцияла ҡатнашыусылар алты йүкә ултыртты, уларҙың һәр береһенең бейеклеге — алты метрҙан ашыуыраҡ.
Ағас ултыртыуҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Салауат Хөсәйенов, Эдуард Сәйетбатталов, Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Виктор Гурьев, «Асыҡ спорт» төбәк партия проекты координаторы Фәрит Ғиндуллин ҡатнашты.
Тирә-йүнде йәшелләндереү “Экология” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.
ФОТО: «Башинформ»