Конкурста 14 йәштән өлкән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала, ул 6 номинацияла үткәрелә.
«Беҙ инициативалы кешеләргә ижади потенциалын асырға һәм авторлыҡ идеяларын илдең иң яҡшы ирекмәндәр сараларында тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәбеҙ”, ти билдәле Росмолодёжь йүнәлеше етәксеһе Дарья Жукова.
Конкурс ирекмәнлеккә арналған бер нисә номинацияла үтәсәк. Арт-объекттарҙың иң яҡшы эскиздары #МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара гражданлыҡ форумы майҙансығында тормошҡа ашырыла һәм артабан Донецк йәки Луганск Халыҡ Республикаһына, Херсон йәки Запорожск өлкәләренә тапшырыла. Еңеүселәрҙең эскизы ирекмәндәр өсөн формалар һәм сувенир продукцияһы, шулай уҡ стикерпактар дизайн-макеттары ирекмәндәр корпусын брендлаштырғанда һәм Росмолодёжь сараларында бүләк йыйылмаһын ойошторғанда файҙаланыла.
Урам һүрәттәре өсөн трафареттарҙың иң яҡшы комплекттары Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә ебәреләсәк. Конкурста ҡатнашыуға 14 йәштән алып бөтә Рәсәй граждандары заявка бирә ала. Эштәрҙе https://dobro.ru/event/10398827 һылтанмаһы буйынса 10 сентябргә тиклем ебәрергә кәрәк.