#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
"Борай урманы" автономлы учреждениеһының урман питомнигы 56 гектарҙан ашыуыраҡ майҙанды биләй. Йыл һайын бында ҡарағай, шыршы, ҡайын һәм йүкә кеүек урман барлыҡҡа килтергән төп тоҡомдарҙың дүрт миллион данаға яҡын үҫентеһе сәселә. Сәсеүлектәрҙең майҙаны 20 гектар тәшкил итә. Әлеге ваҡытта хужалыҡтарҙың эшселәре тупраҡты рәт арала эшкәртеү, һыу һибеү, утау һәм яраҡлашҡан үҫентеләрҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Питомникта бер, ике, өс йәшлек үҫентеләр үҫә. Шуның 3,6 гектары – ябай ҡарағай, 2,5 гектары – шыршы, 0,5 гектары – ҡайын һәм 0,2 гектары – йүкә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктең урман питомниктарында һәм теплицаларында яҙғы һәм көҙгө осорҙа урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу өсөн ағас ултыртыу материалдарын үҫтерәләр. 2023 йылда Башҡортостан урмансылары урмандарҙы тергеҙеү эштәрен 17,2 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда башҡарасаҡ.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-08-03/utau-t-p-shart-3371803
Фото: Урман хужалығы министрлығы.