Һәләтле балалар
12 Января , 06:05

Байрамға яҡшы бүләк

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәмзиә Кәримова-Байбулатова тыуған мәктәбе уҡыусыларына үҙ премияһын тапшырҙы.

Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы 2022 йылдан Әбделмәмбәт урта мәктәбендә китап уҡырға яратҡан, яҙышҡан, уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә һынатмаған уҡыусыларҙы бүләкләй. Ошоға тиклем премияға 9 уҡыусы лайыҡ булһа, был юлы лауреаттар исемлеге тағы өс уҡыусы менән тулыланды. 
Премияға лайыҡ булыусыларҙың һәр береһенә мәктәп, уҡытыусылары ҙур өмөттәр бағлай. Улар уҡыуҙа һынатмайҙар, белем көсөн төрлө олимпиада-конкурстарҙа күрһәтәләр, спорт буйынса алдынғылар, ижади яҡтан һәләтлеләр һәм мәктәптең йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәгән лидерҙар.  Мәҫәлән, 7-се класс уҡыусыһы Вилдан Ҡунаев яҡшы билдәләргә өлгәшеүҙән тыш, рәссамлыҡ һәләтенә эйә, ижади конкурстарҙа ҡатнаша. Быйыл үҫмер география фәненән район олимпиадаһында ҡатнашып Әбделмәмбәт мәктәбенең данын бермә-бер арттырған. Рейтинг буйынса иң юғары балл йыйыуы уның төплө белемгә эйә булыуын күрһәтә, киләсәктә призер булырға яҙһын. 8-се класс уҡыусыһы Нәйлә Фәхрисламова «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә уҡый, йәмғиәтте өйрәнеү предметы буйынса район күләмендә олимпиада призеры, ул да бик оҫта итеп рәсем төшөрә, ижади конкурстарҙа урындар яулай, ихласлап бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, яңыраҡ ҡына район күләмендәге «Тыуған ил, батырлыҡ һәм дан тураһында» һүрәттәр бәйгеһендә ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булған. 11-се класс уҡыусыһы Илназ Сафин мәктәп  йылдарында үҙен һәйбәт уҡыған, спортты яратҡан, тәртипле, ипле уҡыусы итеп тик ыңғай яҡтан күрһәткән. Артабан уҡыуын республикабыҙҙың нефть-техник университетында дауам итергә теләгән егеткә берҙәм дәүләт имтихандарында уңыштар теләйек.
— Әбделмәмбәт урта мәктәбендә 98 бала белем ала. Шулар араһынан премияға лайыҡ булыусылар — улар беҙҙең ғорурлыҡ булып  торған иң шәп уҡыусыларыбыҙ. Ағымдағы уҡыу йылындағы лауреаттарыбыҙҙы уҡыуҙағы шәхси ҡаҙаныштарынан тыш, белем усағының «Ҡояш» балалар ойошмаһы советы лидерҙары булыуҙары бер-ләштерә, — тине мәктәп директоры Г. Х. Моратшина. 
Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы өмөтлө ауылдаштарына матур теләктәрҙә премияһын һәм дипломдарын тапшырҙы, ҡалған уҡыусыларҙың уларҙан өлгө алыуҙарын, тыуған ауыл, район өсөн файҙалы граждандар булып үҫеүҙәрен теләне.
Тантаналы линейкала ҡатнашыусы район Советы рәйесе А. Б. Хәйбуллин икенсе уҡыу сиреге тамамланырға торған мәлдә уҡыусыларға дәрт-дарман өҫтәп, Яңы йыл байрамы алдынан яҡшы кәйеф бүләк иткән, артабан тырышып уҡырға стимул биргән Рәмзиә Кәримоваға күркәм традицияһы өсөн шәхсән үҙенең һәм район Советы исеменән рәхмәт белдерҙе. Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары И. В. Илһамов та лауреаттарҙы тәбрикләп үтте.
Маҡсатлылығы менән үҙ-үҙен булдырған, ябай ауыл ҡыҙынан билдәле тележурналист булып танылған, ярҙамсыл киң күңеленә бик күптәрҙең мәсьәлә-хәстәрҙәрен һыйҙырғаны һәм уларҙы хәл иткәне өсөн халҡы тарафынан Ҡоролтайға депутат итеп һайланған Әбделмәмбәт ауылының ҙур ғорурлығы булған Рәмзиә апайҙары һымаҡ йәш ауылдаштары ла тырыш, сәмле, изгелекле булып үҫһендәр!

Г. ИШБУЛДИНА.

Читайте нас