

Урал тау университетында XXXI йәш геологтарҙың асыҡ олимпиадаһы үтте. Әбйәлил районы исеменән был интеллектуаль ярыштарҙа Асҡар мәктәбе командаһы ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән: минералогия, палеонтология, гидрогеология буйынса күнегеүҙәр, петрография һәм ятҡылыҡтар геологияһы буйынса практик эштәр. Уҡыусылар университеттың геология музейында һәм лабораторияларында булды.
Асҡар мәктәбенең бишенсе класс уҡыусыһы Юлиана Әмирова олимпиадала уңышлы сығыш яһаны. Төркөм етәксеһе Миләүшә Зарипова уҡыусыларҙың юғары күрһәткестәре һәм уларға ярҙамы өсөн рәхмәт хаты алды.
Сәфәр "Салауат" компанияһы ярҙамында ойошторолдо. Уҡыусылар яңы белем генә түгел, Уралдың баш ҡалаһына сәйәхәттән сағыу тәьҫораттар ҙә алды.
Г. ҠУСҠАРОВА.