Хәтер
10 Февраль 2025, 05:31

Хөрмәтле ауылдашыбыҙға арналды

Рәхмәт мәктәбендә  билдәле яҡташыбыҙ, ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинованың 75 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте.

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле лә, хөрмәтле лә ауылдашыбыҙ  Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының күркәм юбилейын ҙурлап үткәрер инек, тик үкенескә күрә, хәтер кисәһен үткәрергә тура килде. Сараға билдәле ғалимәнең  улдары Тимур һәм Нур Мохтаровтар, ҡустыһы Урал Ғилмитдин улы, күбәләк ырыуы ҡор башы Исрафил Йәнсәйетов,  Башҡортостандың  атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәүлиә Сафиуллина, Башҡортостандың мәғариф алдынғылары  Фәниә Мансурова, Рәйдә Мөхәмәтҡужина,  Гөлниса Йәнсәйетова саҡырылды.
Кисә Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының стипендиаттары тарафынан әҙерләнгән әҙәби монтаж менән башланды. Шағирә ауылдаштарыбыҙ Гүзәл Әхмәҙиева менән Әлфиә Абдрафиҡова үҙҙәренең арҙаҡлы ғалимәгә арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙында белем алған  Мораҡай мәктәбе уҡытыусыһы Раушания Ғаззалова уҡыу осорондағы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ваҡиғалар тураһында һөйләне. Кисә барышында  саҡырылған ҡунаҡтар  арҙаҡлы ғалимә хаҡында яҡты хәтирәләре  менән уртаҡлашты, бергә башҡарған эштәрен барлап, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.   
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының иң мөһим эше булып ете томдан торған монографияһы, һигеҙ том документтарҙан торған «Башҡорт халҡының тарихы», ун томлыҡ «Академик һүҙлек» булғандыр. Әлеге ваҡытта тик уның ғына халҡы тарихына, теленә бағышланған ошондай күләмле китаптары барҙыр. Шулай уҡ, ете томдан торасаҡ «Башҡорт халҡының мәҙәниәте», Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдиновтың ҡулъяҙмалары ғалимәнең башланғысы менән туплана башланған. Унан тыш, Ҡытай, Япония, Германия, Венгрия, Англия илдәрендә лә халыҡ-ара ғилми конференцияларҙа ла уңышлы сығыш яһағанын беләбеҙ. Был әһәмиәтле эштәре Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына һәйкәл булып торасаҡ.
Ошондай зирәк, тырыш, үткер ҡыҙ, әлбиттә, рухи яҡтан бай, эшкә талапсан, белемгә ынтылыш булған мөхиттә тәрбиә алып үҫкән. Атаһы Ғилмитдин Ҡөнәфиә улы һуғыш ветераны, тормоштоң әсе-сөсөһөн күргән, әсәһе  Ғәлиә лә тыл ветераны, һуғыш йылдарының аслыҡ-яланғаслығын күреп, ауыр тормошто үҙ иңендә татыған кеше. Шуғалыр ҙа биш балаһын да уҡытырға, яҡшы тәрбиә бирергә тырышҡандар. Ә балалары ата-әсәләренең ярҙамын тойоп, теләктәрен ысынбарлыҡҡа әйләндереп, бөтәһе лә юғары белем алып, тормошта үҙ урындарын тапҡандар. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының эше тығыҙ, тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең тыуған ауылы менән бәйләнеште өҙмәне. Рәхмәттә үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»,  «Урам байрамы», Еңеү, Белем көнөнә арналған сараларҙың көтөп алынған ҡәҙерле ҡунағы булды.  
Тормош юлдары ҡатмарлы, һикәлтәле булһа ла, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы бирешкәндәрҙән, төшөп ҡалғандарҙан  булманы.  Ошондай  рухлы,  арыу-талыуҙы белмәй эшләгәне һәм көслө характерлы, талапсан булғаны өсөн беҙ Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы менән ғорурланып,  үрнәк алырға тырышабыҙ. Ошондай маҡтау һүҙҙәре күп яңғыраны кисәлә.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы 2006 йылдан алып үҙенең исемле стипендияһын булдырып, ауылдаштарын уҡыуға дәртләндереүе генә ни тора!? Премияһын тапшырыу өсөн махсус рәүештә йылына ике тапҡыр ауылға ҡайтыр ине. 68 уҡыусыға ғалимәнең ҡулынан стипендия алыу бәхете тейҙе. Стипендиаттар һаны әлеге ваҡытта 74-кә етте. Улар мәктәпте тамамлап,  илебеҙҙең төрлө уҡыу йорттарында белем алып, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Бөгөнгө көндә мәктәптә 13 уҡыусы  лайыҡлы рәүештә Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының стипендиаты исемен йөрөтә.
Фирҙәүес Хисаметдинованың матур башланғысын дауам итеүсе улдары булыуы ҡыуаныслы. Кисә барышында  ғалимәнең улдары 4-се кластан Олеся Фәррәховаға һәм 11-се класс уҡыусыһы Камила Ғайсинаға Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының исемле стипендияһын тапшырҙылар. Тимур Ғаяз улы алдынғы уҡыусыларға киләсәктә лә уңыштарға өлгәшеп, стипендиат исемен лайыҡлы аҡларҙар, тигән ышаныс белдерҙе. Шулай уҡ мәктәп китапханаһына әсәһенең шәхси китапханаһынан китаптар бүләк итте.
Хәтер кисәһе  ауыл клубы ансамбле һәм уҡытыусыларҙың моңло йырҙары менән  үрелеп барҙы. Сара аҙағында ҡунаҡтар мәктәп музейында арҙаҡлы ауылдашыбыҙға арналған материалдар, күргәҙмә менән таныштылар.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы ҡылған изге эштәре мәңге онотолмаҫ, уның хаҡында яҡты хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге ҡалыр.

Рәғиҙә ҒИРФАНОВА.
Рәхмәт ауылы.

Читайте нас