Беҙҙең атай Ирәндек ҡуйынында ултырған Хөсәйен ауылында тыуған. Үҙе һөйләп ҡалдырған хәтирәләренән әҙерәк уртаҡлашҡым килә. Атайым аслыҡ заманында етемлектә үҫә. Уға өс йәш кенә булғанда береһенән-береһе бәләкәй дүрт балаһын ҡалдырып әсәләре үлеп китә, аталары, репрессияға эләгеп, Магаданға төрмәгә оҙатыла. Атайымды Разия, Разифа, Маһинур апайҙары әсәй урынына ҡарап үҫтерәләр. Ҡыҙҙарҙың иң өлкәне Разияға 16 йәш була. Ата-әсәһеҙ ҡалған балалар нисек тә йәшәргә тырыша.
— Яҙ еткәнен саҡ көтөп ала торғайныҡ. Ҡар асылыу менән ҡымыҙлыҡ, йыуа ашап ҡына аслыҡтан тере ҡалдыҡ, — тип һөйләй торғайны атайым.
Ҡустылары астан үлмәһен тип апайҙары уны ҡыш сығырға туғандарына ебәреп торғандар.
— Атайлы үҫкән ауыл малайҙарына көнләшә инем. Улар менән низағлашып китһәк: «Атайыма әйтәм», — тип ҡурҡыта торғайнылар. Ниңә минең дә атайым юҡ икән? — тип уйлай инем. Минең дә «атай» тип әйткем килә ине. Бер көн тышҡа сыҡтым да, уҙ алдыма «Атай, атай», — тип әйтеп ҡараным. Разифа апайым артымдан сығып тыңлаған да торған, мине ҡосаҡлап иланы, — тип етемлектә үткән бала сағын хәтерләп беҙҙе лә илата торғайны ул.
11 йылдан аталары төрмәнән ҡайтып төшә. Хаттар йөрөмәгәс, аталарын үлгән, тип уйлайҙар. Ләкин ҡыуаныстары оҙаҡҡа бармай, һаулығы ҡаҡшап ҡайтыу сәбәпле, күп тә йәшәмәй ҡәҙерле кешеләре үлеп ҡала.
Атайыбыҙҙың уҡырға теләге көслө була. 4-се кластан һуң уҡырға йөрөргә кейеме булмай, шулай ҙа киске мәктәпкә йөрөп, ете класс белем ала.
Магнитогорск ҡалаһында ФЗО-ла уҡый. Заводта эшләп йөрөгәнендә Мәхмүт ауылы ҡыҙы булған әсәйебеҙ менән таныша һәм осрашып йөрөгәс, өйләнешәләр. 1956 йылдың ноябрь айында атай армияға алына һәм Алыҫ Көнсығышта ике йыл хеҙмәт итә. Ҡайтҡас Киров исемендәге колхозда комбайнер-тракторсы булып эшләй. Ураҡ ваҡытында комбайн аҫтында ҡалып ҡулын йәрәхәтләй. Буш ятмайым, тип Йылайырға бер йыллыҡ ветфельдшерҙар курсына уҡырға китә. Уны тамамлағас, колхозда мал фельдшеры булып эшләй. Был белем етмәй тип, ситтән тороп уҡып, Стәрлетамаҡ ветеринар техникумын тамамлай. Колхозда ике йыл баш ветфельдшер булып эшләгәс, 1973 йылда ситтән тороп Троицк ветеринар институтына уҡырға инә. Унан Хәлил ауыл Советына ҡараған ауылдарҙың баш мал табибы булып эшләне.
Атайыбыҙ үҙ эшен бик яратты. Яҙлы-көҙлө ауыл халҡы малынан бруцеллезға, туберкулезға тикшерергә ҡан алыр ине, вакцина эшләр ине. Малдары ауырып мөрәжәғәт итеүселәрҙе бер ваҡытта ла кире ҡаҡманы, ярҙамға ашығыр ине. Эше тынғыһыҙ булды. Пенсияға сыҡҡас та, ауыл халҡы ғәҙәт буйынса атайға килер, ә уның сумкаһы дарыуҙары менән ишек төбөндә һәр саҡ эленеп әҙер торор ине. Бер ҡасан да малдарҙы дауалаған өсөн аҡса алманы, һауап булыр, һаулыҡ теләһәгеҙ булды, ти торғайны.
Алты йыл Хәлил ауыл Советы рәйесе булды. Ҡайҙа эшләһә лә, атайыбыҙ үҙ эшенә намыҫлы ҡараны, эшен яратып башҡарҙы. Уның араһында әсәйебеҙ менән 40 йылға яҡын умарта тоттолар, ауылда күптәргә кәңәштәрен биреп, бал ҡорто тотоу серҙәренә өйрәттеләр.
Атайым менән әсәйем — Венера һәм Зәкир Ниғмәтуллиндар 66 йыл бәхетле парлы ғүмер иттеләр. Беҙ, уларҙың ете балаһы, төрлө уҡыу йорттарын тамамланыҡ.
Атайыбыҙ үҙе етемлек михнәтен күргәнгәме, беҙҙе яратып, иркәләтеп үҫтерҙе. Бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне, әрләү тигәнде белмәне. Нимәгәлер риза булмаһа, әсәй аша әйттерер ине. Торғаны менән бер психолог булды. Ҡайҙа барһа ла, беҙгә бүләктәр алып ҡайта торғайны. Кистәрен үҙе уйлап сығарып әкиәттәрҙе, Хужа Насретдин мәҙәктәрен һөйләр ине. Беҙ, ҡыҙҙары: «Атай, һиңә оҡшаған кешегә генә кейәүгә сығабыҙ», — тип әйтһәк, «Минең кеүек кеше башҡа юҡ», — тиер ине. Ысынлап та, атайыбыҙ кеүек кешеләр бик һирәктер.
Мин тормош иптәшемдә атайымдың һыҙаттарын күреп тә ғашиҡ булдым. Ул да атайым кеүек шаян һүҙле, күңеле төшөп йөрөмәй, ауыр һүҙ әйтмәй, оптимист кеше.
Ауыл халҡы, туғандар араһында атайыбыҙҙың абруйы ҙур булды, уны ихтирам иттеләр. 86 йәшендә лә машина йөрөттө, айыҡ аҡыллы булды. «Хоҙай миңә оҙон ғүмер бирҙе, иптәштәрем үлеп бөттөләр, оялам, оҙаҡ йәшәнем», — тине бер саҡ. «Атай, һин иртә үлгән әсәйең, атайың, апайҙарың өсөн йәшәргә тейешһең», — тип яуаплағайным уға.
Ауылдың ихтирамлы муллаһы булды, никах уҡырға, исем ҡушырға саҡырҙылар, аяттарҙан ҡалдырманылар. Кешеләргә ҡарата һәр саҡ яҡшы мөғәмәләлә булды, беҙҙе лә шулай намыҫлы булырға өйрәтте. Атайыбыҙҙы тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алабыҙ. «90 йәшкә тиклем йәшәтәбеҙ әле һине», — тип шаярта торғайныҡ та, тик бөтәһе лә Хоҙай ҡулында шул.
Ауыр тупраҡтарың еңел булһын, тыныс йоҡла атайыбыҙ! Беҙ беләбеҙ, йәнең һинең ожмахтың иң түрендә.
Зөһрә НИҒМӘТУЛЛИНА-ГОНСАЛЕС.
Испанияның Хаен ҡалаһы.