

Атайым Заман Сабрахман улы Сафин Мәхмүт ауылында тыуып-үҫеп, шунда йәшәп донъя ҡуйҙы. Ир-егеткә фарыз мөҡәддәс бурыс буйынса армияла булыуын иҫәпләмәгәндә, ул бер ҡасан да ауылынан ҡырға китмәгән. Уның өсөн Мәхмүттән дә ҡәҙерлерәк ер булманы. Ҡайҙа барһа ла: «Өйөмә ҡайтып йоҡлайым», — тип ҡайтыу яғын ҡайырҙы. Һиңә шифаханаға барырға ине, тиеүебеҙҙе ишетергә лә теләмәне (элегерәк бер ял йортона барыуын ғүмерлеккә онотманы, ул турала аҫтараҡ), хатта дауаханаға йөрөмәне, халыҡ ысулдары менән дауаланды.
Хеҙмәт юлын да тыуған ерендә кәрәкле кеше булып үтеүен әллә ниндәй ҙур вазифаларҙан артыҡ күрҙе. Армиянан ҡайтҡас Киров исемендәге колхозда шофер булып эшләй. Бензин ташый, аҙаҡ һөт машинаһын йөрөтә. Йәйләүҙән һөт ташығанда һауынсы булып эшләгән Иҙәш ауылы ҡыҙы Нәзирәгә күҙ һала. Дуҫлашып йөрөйҙәр. Дыуамал да булған үҙе: бер көн ҡыҙҙы машинаһына ултыртып үҙҙәренә алып ҡайтҡан да киткән. Ике яҡ атай-әсәйҙәргә, йәштәргә никах уҡытып, ҡоҙалашыуҙан башҡа сара ҡалмай. Әсәйем: «Атағыҙ мине «урлап» алып ҡайтты», — тип ҡабатларға яратһа ла, ул быны яҙмышына әсенеп түгел, риза булып әйткәнен аңлайым. Атайым янында ул таш диуар артындағылай ҡыйынлыҡ күрмәй йәшәне. Сөнки атай оҫта, булдыҡлы, кәрәк нәмәне етештерер хәстәрлекле ғаилә башлығы булды.
Атайым һәм әсәйем 52 йыл татыу ғүмер иттеләр. Дүрт балаға ғүмер биреп, хәлдәренсә тырышып уҡытып, һөнәрле итеп аяҡҡа баҫтырҙылар. Тәрбиә нигеҙенә намыҫ, ғәҙеллек, хеҙмәт, туғанлыҡ тигән төшөнсәләрҙе һалдылар.
Мин иҫ белгәндә атайым колхоздың дүртенсе бригадаһы тимерлегендә токарь ине. Алтын ҡуллы булғанға уның менән хатта хужалар хөрмәтләп иҫәпләште, ҡыйраған ауыл хужалығы техникаларына кәрәкле деталде ашығыс рәүештә ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләп «йән өрә» торғайны. Һөйләүҙәренсә, дефицит заманында хужалыҡта бик сетерекле бер хәл тыуа: ниндәйҙер запас өлөш таба алмайҙар. Ахыры колхоз идараһы оҫталар араһында ярыш иғлан итә. Эшләй алыусыны ҙур бүләк көтә. Ләкин бер кем дә ҡатмарлы эшкә тотонорға батырсылыҡ итмәй. Атайым тәүәккәлләй һәм булдыра ла. Уны ҡарарға райондан вәкилдәр һәм етәкселәр килә. «Эшләй!» — тип хайран ҡалалар. Колхоз вәғәҙә иткәнсә уны ат менән бүләкләй. Үҙ эшенең алыштырғыһыҙ оҫтаһы ине атайым!
Тағы бер тарих. Хеҙмәтен ҙурлап, хужалыҡ атайҙы Грузияға шифаханаға ебәрә. Ә ул, ҡыҙыу эш мәлендә тик ятып булмаҫ тип, ял ваҡытын тултырмай алдан ҡайтып төшә. Уның ҡарауы, алыҫ яҡта һатыуҙа шиналарға тап булып, колхозға кәрәк тип көсө еткән тиклем күтәреп алып ҡайта.
Уның ҡапҡа эсендә лә оҫтаханаһы булды. Ауылдаштар көнкүреш йомоштары менән йыш килерҙәр ине. Кем самауырының һәмәген нығыттыра, кем ҡомартҡы ҡомғанын ямата тигәндәй. Йоҙаҡтан башлап һандыҡҡа тиклем эшләне. Аптырап тормай, магазинда юҡ әйберҙе үҙе булдыра торғайны. Әсәйемә манты бешерергә ҡулайлама эшләп биргәс, быны ишетеп хатта яҡын-тирә ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙар беҙгә ағылды. Ә ирҙәр сиратының осо-ҡыры булманы. Атайымдың ҡулдан эшләгән бесән сапҡыс, тырма, картуф күмгес һәм башҡа тракторға тағылмалары ихатабыҙҙа тулып ултырҙы. Ауыл кешеләренең хеҙмәтен еңелләштереү маҡсатында төрлө яйланмалар уйлап сығарған рационализатор ҙа ине ул.
Атайымдың пенсияға сығыуы хужалыҡ тарҡалған осорға тура килде. Колхоздың келәт-фермаларын, техникаһы менән ҡуша МТМ-һын тарата башлағастары, ул үҙе эшләгән токарь станогын ҡыҙғанып һатып алып ҡайтты, уның менән дә халыҡҡа күп файҙа килтерҙе.
Уның оҫталығына бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе көләмәс итеп тә һөйләй торғайнылар. Күрше ауылдан иҫке генә лүлкәле мотоцикл һатып алып, уны йүнәтеп, буяп өр-яңыға әйләндергәс, ҡайҙандыр ҡайтып килгәнендә юлда матайҙың элекке хужаһын ултыртып ала. Теге кеше: «Шәп «ат» алғанһың!» — тип маҡтай икән. Атайымдың: «Һинән алдым даһа», — тигәненә хатта ышанмай, төшкәс, әйләнеп йөрөп ҡарап сыҡҡан, ти.
Ундай ҡыҙыҡ хәл иптәшем менән дә булды. Машинаһын эшкиндерә алмағас, нинмәһендер алмаштырырға уйлай. Магазинға йыйынған кейәүен ҡайныһы: «Аҡсаң күпме әллә?» — тип туҡтата. Ҡыйраған деталде әйләндереп ҡарай ҙа оҫтаханаһына йүнәлә һәм бер аҙҙан эшләп тә алып сыға. Кейәүе аҙаҡтан: «Ҡайнымдың балыҡ кәнсиренән яһап биргәне магазиндыҡынан мең артыҡ!» — тип аптырап та, маҡтап та һөйләп йөрөнө.
Беҙҙең заманда мәктәп тамамлаусылар өсөн әҙер сығарылыш таҫмалары һатылманы. Ҡыҙыл тауарҙы үҙебеҙ юлаҡлап ҡырҡып, гуашь менән яҙҙыҡ. Ҡайҙандыр күреп мин класташтарыма таҫмаларыбыҙға ҡыңғырауҙар тағайыҡ тип тәҡдим иттем. Сөнки атайымдың алтын ҡулдарына ышана инем. «Һуңғы ҡыңғырау» линейкаһында 17 уҡыусының таҫмаһы осонда атайым эшләп биргән ыҡсым ғына ҡыңғырауҙар сыңланы...
Атайым беҙҙе алдына алып иркәләтеп ултырманы. Эштән бушаманы, ваҡыты ла булманы. Холҡо ла ҡырыҫыраҡ ине. Ләкин ул үҙенсә яратты, атайҙарса ысын һөйөү менән. Беҙ шуны тойоп, арҡалы булып үҫтек. Хәтеремдә, мәктәптә уҡығанда көҙгөһөн колхозға сөгөлдөр уңышын йыйырға ярҙам итә торғайныҡ. Апайым менән икебеҙ бер ҡасан да баҫыуға йәйәү йөрөмәнек. Атай лүлкәле мотоциклы менән илтеп ҡуйыр, төшкөһөн килеп алыр ине. Унда ҡалған ҡыҙҙарҙы ла һыйҙырҙы. Сөгөлдөр һабаҡтарын ҡырҡырға йәтеш кенә балталар эшләп бирҙе. Һабаҡташтарыбыҙ беҙгә көнләшә лә ине.
Баҡыйлыҡҡа күскәненсә беҙҙең турала хәстәрлек күреп йәшәне. Унда булған нәмә беҙҙә лә булды. Байлыҡҡа иҫе китмәне, яңы кейем кеймәне. Шулай ҙа кәрәк булғанды тапты, етештерҙе. Балта-тимер оҫтаһы булараҡ, дүртебеҙҙең дә донъяһын төҙөштө, үрсетеп алып китергә мал-тыуарын бүлеп бирҙе, бөтәбеҙгә лә етерлек күләмдә бесән эшләүҙе ҡайғыртты. Ауылда йәшәп ит-һөт, йәшелсә-емеште магазиндан алып ашауҙы өнәмәне. Үҙе нисек тынғы белмәй йәшәһә, беҙгә лә тынғы бирмәне. Барыбыҙҙың да бөгөн кәртә тултырып мал көтөүе, гөрләтеп баҡса үҫтереүе — атай ҡуйған талаптың ғәҙәткә инеүе ул. Атайым шәп баҡсасы ла ине, өс баҡса тотто (ҡыҙыҡ, миндә лә хәҙер өс баҡса). Ниндәй генә емеш-еләк үҫтермәне, уңышы өлгөрһә, килеп тиреп алығыҙ, тип тынғыһыҙлана башлар ине. Баҡса еләген генә ашҡа һанаманы, ҡырҙыҡын яратты. Олоғайғас иһә: «Ысын еләк ашатайым», — тип ейәндәрен бер машина итеп тейәп, урман-ҡырҙар буйлап, ер-һыу күрһәтеп йөрөтөп ҡайтыуҙан ҡәнәғәтлек алды.
Үҙ еренең ысын патриоты булды. Етмеште уҙғас та тирә яҡты таҙартыу буйынса өмәләрҙән ситтә ҡалманы, ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. Көндәр ҡоро торғанда үҫентеләр ҡоромаһын өсөн ҡапҡалағы ҙур мискәһе менән һыу алып барып ҡойоп йөрөнө. Зыяраттың кәртәһен йүнәтте. Уға был эштәрҙе бер кем дә йөкмәтмәне, күңел ҡушыуы буйынса башҡарҙы.
Ике бала менән тол ҡалғас, атайымдың терәген мин айырыуса ныҡ күрҙем. Яҙмыш миңә ҡаты һынау ебәрҙе. Ҡыҙымдың тыуыу шатлығы эштән сығып яныбыҙға ашыҡҡан иремдең үлем ҡайғыһы менән бергә буталды. Иң ауыр ваҡытта атай-әсәйем йәшәү көсө биреп, иңемә сабыр ҡанаттары ҡуйҙы. Ауылда өй алып яңы күсеп ҡайтҡанға күрә, йорт-хужалыҡты төҙөкләндереүҙә ир кеше ҡулы кәрәк ине. Атайым Мәхмүт – Хәлил араһын күп тапаны. Уның кәңәше, ярҙамы менән өйөбөҙгә төкөтмә төҙөп индек, үҙ мунсабыҙ булғанға тиклем аҙна һайын беҙҙе йыуынырға Мәхмүткә алып ҡайтып кире килтереп ҡуйыуҙы үҙенә бер бурыс итеп алғайны. Балаларымды етәкләп бер ҡасан да юл сатында торманым.
Туғыҙ ейән-ейәнсәр олатаһы булған атайымды ҡыҙым менән иң йылы ептәр бәйләне. Атайһыҙ үҫкәнгәме Айгизәгә ҡарата бигерәк йомшаҡ булды, ҡурсалап ҡына торҙо, беҙгә эләкмәгән наҙ-иркәләүгә ейәнсәре ҡойондо. «Олатай ҡыҙы»ның һәр көнө уға шылтыратып хәл белешеүҙән башланыуы беҙҙең ғаиләлә иртәнге ритуалға әйләнгәйне. Олатаһы ла Айгизә менән һөйләшеп алмайынса бер эшкә лә тотонмай, тип әсәйем көлөп һөйләй торғайны.
Исем яҙмышты билдәләй тиҙәр. Атайым һирәк исем йөрөттө һәм уға тап төшөрмәй ғүмер буйы заман заңын тойоп, заман менән бергә атланы. Заманса киң ҡарашлы кеше булды. Интернет менән ҡыҙыҡһынғас, планшет алып бирҙек. Тиҙ үҙләштерҙе, «Бәйләнештә» селтәрендә сәхифәһен булдырҙы. Армияла бергә хеҙмәт иткән «служак»тарын эҙләне. «Һорау-яуап» кеүегерәк рубрикаларға ихласлап кәңәштәр яҙҙы. Ютубта үҙ каналын асып, тәжрибәһен башҡалар менән бүлеште. Гидравлик шлангыны ремонтлау буйынса видео төшөрөп һалды. Русса һәйбәт һөйләште, һигеҙ класс ҡына белемгә эйә тип әйтмәҫһең. Видеолары аҫтында: «Рәхмәт, олатай, афарин!» — тигән комментарийҙар булыуы атайымдың кәңәштәренең кемгәлер файҙаһы тейеүе хаҡында һөйләйҙәр ине.
Атайымды фалиж аяҡтан йыҡҡан көн ғәҙәттәгесә башланды. Ҡот осҡос хәл булыр тигән шипкерт тә шик булманы. Иртәнсәк ҡыҙым һәр ваҡыттағыса телефондан олатаһы менән һөйләште, баланы ашатып мәктәпкә оҙаттым. Ярты сәғәттән әсәй шылтыратты: «Атайың ҡоланы ла ҡуйҙы...» Әсәйем электән ауырығас, гел уның өсөн ҡурҡтым. Атайға бер-бер хәл булыр тигән уй башыма ла килмәне. Ярты кәүҙәһе хәрәкәтһеҙ, өҫтәүенә телдән дә ҡалған атайымды кеше көнлө хәлдә күреү ныҡ ҡыҙғаныс ине. Дүртәүләп дауаханала алмашлап ҡараныҡ. Ул көслө кеше, ул аяҡҡа баҫасаҡ тип өмөтләндем. «Аша, атай, хәл инеп китер. Әҙерәк баш ҡалҡытһаң, Мәхмүткә алып ҡайтам», — тип ҡәҙерлемдең ҡулдарынан һыйпап әҙ ҡабатламаным. Имәндәй ныҡ күренгән атайым шәмдәй һүнер тип уйламаным. Уға ҡарата йөрәк түремдәге иң йылы хистәремде, сикһеҙ яратыуым һәм рәхмәтемде әйтеп өлгөрмәнем. Атаҡайым минең, кинйә ҡыҙының, ҡулында йән биреп мәңгелеккә китеп барҙы. 77 йәшен тултырырға дүрт кенә көн ҡалғайны...
Нәфисә ЗӘЙНУЛЛИНА.
Хәлил ауылы.