Хәҙер фатир милекселәре үҙ иҫәбенә бинаны техник тикшереүгә заказ бирә ала. Был капиталь ремонт башҡарыу ваҡытын ҡыҫҡарта һәм кәрәкмәгән эш төрҙәренән баш тартырға була.
Ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәр күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонтты ойошма-предприятиеларҙың йәки шәхси эшҡыуарҙарҙың ғына атҡарыу мөмкинлеген билдәләй. Эштәр төҙөлөш подряды килешеүе буйына атҡарыласаҡ. Бынан тыш, сентябрҙән алып күп фатирлы йорттарҙағы капиталь ремонт эшенә мотлаҡ капиталь контроль индерелә.
Бөгөн республикала 17017 күп фатирлы йорт капиталь ремонт программаһына ҡарай. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, йыл һайын республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында скверҙар, парктар, йәмәғәт урындары үҙгәртеп ҡорола.
Фото, сығанаҡ: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.