Яуын был көнгә билдәләнгән пландарҙы бергилке боҙһа ла, дәртле, дыуамал, сая йәшлек алдында бер нәмә лә кәртә була алмай. Байрам көнөндә улар район хакимиәтенең ултырыштар залына йыйылды.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров сәләмләне һәм район хакимиәте исеменән ғүмерҙең иң сағыу иҫтәлекле осоро менән ҡотланы.
– Ваҡытын дөрөҫ файҙаланған кешеләр менән ысын күңелдән һоҡланам. Сөнки йәшлек яңы асыштарға, белем алыуға, спортҡа, ижадҡа һәм, әлбиттә, мөхәббәткә ҡанатландырған, һәр яҡтан үҫешергә, өлгөрөп ҡалырға ынтылдырған бер мәл генә. Ошо гүзәл миҙгелде бушҡа уҙғармағыҙ. Алға атлағыҙ, маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, ка- миллыҡҡа өлгәшергә тырышығыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, бөтә башланғыстарығыҙҙа ла уңыштар һәм донъяла именлек булыуын теләйем. Йәштәребеҙгә тыныс тормошта йәшәргә, эшләргә, ижад итергә яҙһын! – тине Вадим Фәнил улы.
Йәштәр көнө айҡанлы иң әүҙем йәштәр район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Әлфиә Вәлидова, Альбина Һәйетҡолова, Нур Кәримов, Алмат Ғәйфиев, Елена Цициморова, Нәркәс Иҙрисова, Гөлнәфис Әсәҙуллина, Регина Сәғәҙиева, Артур Сафин, Илһам Кәримов Әбйәлилдә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға индергән тос өлөштәре өсөн тәбрикләнһә, Вилдан Зәйнишев, Гүзәлиә Фәттәхова, Арсен Ниғмәтуллин һәм Гөлнур Ялалова әүҙем тормош позицияһы, спорт һәм ижад өлкәләрендәге ҡаҙаныштары өсөн билдәләнде. Дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендә төбәк, федераль, халыҡ-ара программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы уңыштары өсөн Илнара Лоҡманова шулай уҡ Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Йәштәр көнөн уҙғарыуҙа булышлыҡ итергә теләк белдереп, концертта сығыш яһарға тип ҡайтҡан Әбйәлил йондоҙҙары – йәш йырсылар Рияна Хәлимова һәм Заһир Ғәлиәкбәровтың (Зага) илһөйәрлеге лә билдәләнмәй ҡалманы.
Әйткәндәй, йәш таланттар район хакимиәтендәге тантанала ла сығыш яһаны. Йәштәр Риянаның, Заганың, Гүзәл Хәйбуллинаның дәртле йырҙарына ҡушылып бейемәйенсә түҙә алманы.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.