Йәштәр мөхите
8 Ноября 2024, 07:04

БЕРҘӘМ ЭШЛӘЙҘӘР, ГӨРЛӘП ЙӘШӘЙҘӘР

Өфөлә күп йылдар инде «Әбйәлил йәштәре» яҡташтар ойошмаһы эшләп килә. Улар баш ҡалала әбйәлилдәрҙе бер урынға туплап, бер ғаилә булып, бер-береһенә ярҙам күр-һәтә, төрлө саралар ойоштора.

Өфөләге «ӘЙ» ойошмаһын Шәфҡәт Ғәбитов ­­­­2021 йылдан алып етәкләй. Ул етәксе булараҡ эш башлағанға тиклем ойошманың эше һүлпәнәйеп торған, Шәфҡәт иһә үҙенең командаһы менән берекмәне яңынан тергеҙеүгә ҙур көс һалған. Бөгөнгө көндә «Әбйәлил йәштәре» ойошмаһының эшмәкәрлеге, көнүҙәк проблемалары һәм киләсәккә пландары тураһында уның менән әңгәмәләштек. 
Шәфҡәт Самат улы әйтеүенсә, йәштәр берекмәһенең ойош-тороу комитетында 10-15 кеше иҫәпләнә һәм улар барлыҡ сараларҙа әүҙемлек күрһәтә. Элекке кеүек бүлектәргә бүле-неп эште алып барыуҙар юҡ. Күбеһенсә һәр кем үҙенә тәғәйен проектты үҙ өҫтөнә ала һәм тормошҡа ашыра. Һәр проектта яуаплылар бар.
— Алина Ғәйнуллина менән Гүзәлиә Сафиуллина социаль селтәрҙәрҙе алып барһа,  Дина-ра Ғәлләмова барлыҡ сараларҙа алып барыусы булараҡ сығыш яһай. Нәркәс Баймырҙина дәү-ләт органдарындағы һорауҙарҙы хәл итһә, Илзирә Ғәлимова тама-шасыларҙы йәиһә ҡатнашыусы-ларҙы йәлеп итеү өҫтөндә эш- ләй. Нияз Замалетдинов спорт, Рифат Сәйетғәлин техника ме-нән бәйле мәсьәләләрҙе үҙ өҫ-төнә алған, — ти Ш. Ғәбитов. — Ойошмаға килергә теләгәндәр-ҙең һәр ҡайһыһын ҡабул итәбеҙ. Бер кемде лә айырып, һине алабыҙ, ә һине алмайбыҙ, тип тормайбыҙ. Беҙҙең саралар бу-йынса календарь-план бар, әгәр студент берәй сараға ҡушылыр-ға теләк белдерһә, беҙ гел риза һәм уға мөмкинлек бирәбеҙ.
Беҙҙең район студенттарын башҡа райондарҙан айырып торған төп сифаттарҙың береһе — әүҙемлек. Улар һәр ерҙә өлгөр, тырыш һәм дәртле. Ойошмалағы айырым «сағыу» яҡташтарыбыҙ хаҡында ла телгә алыуын һораныҡ Шәфҡәттән.
— Ғәҙәттә беҙҙең район йәш-тәре һәләтле һәм талантлы ке-шеләр. Беҙҙең командалағы һәр кем айырым аҫылташ кеүек. Бөтәһен дә айырып әйтә башла-һам күп булыр, шуға бер Дина-раны ғына әйтеп китәйек: йыр- сы, алып барыусы, блогер һәм эшҡыуар. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен төрлө өлкә-ләрҙә һынап ҡарай. Интернет селтәрендә «Belovme» исеме аҫтында уның йырҙары, бигерәк тә йәштәр араһында ҙур попу-лярлыҡ яулай бара, — ти етәксе.
Үрҙә яҙып үтеүемсә, «ӘЙ» яҡташтар ойошмаһы 2021 йыл-дан әүҙем эш алып бара. Һуңғы өс йыл эсендә йәштәр төрлө проекттар башҡарып, егет-ҡыҙҙарҙы ылыҡтырған саралар үткәреп, республика райондары араһында иң әүҙем яҡташтар ойошмаһына әйләнгән. Улар йыл да ҡышҡы оҙон каникулдарҙа райондағы «Ирәндек» лагерына Яңы йылдан һуң килгән бала-ларға күңелле ялдар ойоштора. Мәрхәмәтлек фонды асып, яр-ҙам итергә теләүселәрҙән аҡса йыйып, бүләктәр тарата, кон-церттар һәм уйындар, саралар уҙғарып, уҡыусыларҙың күңелен күрә. 
«ЙырАлыш» проекты авторы Динара Ғәлләмованың үҙе тураһында студенттар көнөнә айырым мәҡәлә яҙғайныҡ. Ысынлап та, был уйын хәҙер Әбйәлил йәштәре араһында ғына түгел, бөтә башҡорт йәш-тәре араһында ҙур популярлыҡ яулаған проекттарҙың береһенә әүерелде. Динара йәш быуында башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү һәм уятыу маҡса-тында баш ҡаланың төрлө мәк-тәптәрендә уҡыусылар араһын- да, ә каникул мәлдәрендә беҙҙең районда ла «ЙырАлыш» проектын тормошҡа ашыра. 
Шулай уҡ «ЙомроБаш» интеллектуаль уйынын да уйлап тапҡан беҙҙең йәштәр. Балаларҙа китапҡа һөйөү уятыу маҡсатында «УҡыБалалар» проектын булдырғандар. Шулай уҡ Өфөлә йәшәгән барлыҡ йәштәрҙе бер урынға туплаған йәштәр һабантуйын үткәреү традицияһы ла һаҡлана. «СәбәпБар» проектында иһә йәш-тәр төрлө шәхестәр менән осраша, үҙҙәрен ҡыҙыҡһын-дырған һорауҙарҙы бирә. Бе-ренсе курсҡа килгәндәрҙе бағышлауҙар, миҙгелдәр буйынса тыуған көндәрҙе билдәләү, кистәрен гитара моңдарын тыңлар өсөн «Фатирник» ойоштороу йәштәрҙең иң яратҡан сараларына әйләнгән. 
Үрҙә һаналғандар төп проекттарға инһә, уларҙан тыш ойошмалағы йәштәр «Сама-уырлы ритайым», «Ҡош юлы», «Майҙансыҡ», «Аҫылташ» проекттарында, шулай уҡ республика кимәлендә уҙғарылған төрлө спорт ярыштарында һәм мәҙәниәт өлкәһендәге бәйгеләрҙә, сараларҙа ихлас һәм әүҙем ҡатнаша. 
Район хакимиәте менән дә тығыҙ аралашып тора «Әбйәлил йәштәре» ойошмаһы. Улар төрлө сараларҙы үткәрергә ярҙам итә, киләсәктә лә бергә эшләргә өмөт итә Шәфҡәт Самат улы. 
Г. ҠУСҠАРОВА.

Читайте нас