Быға тиклем конкурс «Йөрәк һүҙе» тип аталған, быйыл иһә шағирҙың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы шиғриәт бәйгеһенең исеме үҙгәртелгән. Конкурс быға тиклем урындағы мәктәптәрҙә ойошторолған, һуңынан «Бәйләнештә» интернет селтәрендә онлайн рәүештә барған. Иң күп тауыш йыйғандар район үҙәгендә ҡатнашыу хоҡуғы алған.
Бәйгенең положениеһына ярашлы, уҡыусылар тик М. Кәримдең ижадынан тыуған яҡҡа бағышланған, патриотик рух менән һуғарылған шиғырҙарҙы яттан һөйләргә тейеш ине. Райондың төрлө мәктәптәренән көллөһө 36 уҡыусы ҡатнашты.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы жюри ағзалары: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зиниә Ғәлләмова, Айгөл Шәрәфетдинова, Лира Абдрахманова, Гүзәлиә Шөғүрова, Әлфиә Абдрафиҡова, Гөлшат Абд-рахманова һәм «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе Гөлфиә Ниғмәтуллина дүрт төркөмгә бүлеп баһаланы. 5-6, 7-8, 9-11 кластарҙың сығыштарын айырым, ә уҡытыусы менән уҡыусының сығышын айырым төркөмдә билдәләнеләр. Береһенән-береһе тасуири һөйләгән, сағыу образдарҙа бәйгегә сыҡҡан балаларҙы баһалауы жюри ағзаларына ауырға тура килде. Күп уҡыусылар башҡорт халҡының милли кейемендә, музыка оҙатыуы аҫтында, шиғыр юлдарын ҡулланып, матур презентация әҙерләгән. Театрлаштырылған тамашаға оҡшатып, сәхнә ҡанундарын ҡулланып, төрлө ижади алымдар менән әҙерләнгән бай йөкмәткеле сығыштар матур тәьҫир ҡалдырҙы.
5-6 кластар араһында бөтәһе 9 бала ҡатнашты. Улар Гусев, Хәмит, Ишбулды, Буранғол, Рауил, Тупаҡ, Әбделмәмбәт, Асҡарҙан 1-се һанлы һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары. Был төркөмдә Асҡар мәктәбенән Гөлүзә Әминеваға етеүсе булманы. Беренсе урында гимназия уҡыусыһы Айбулат Хәсәнов еңеүсе тип табылһа, икенсе урынды Рауил ауылы ҡыҙы Сәлиә Вәлиева менән Буранғол егете Булат Хамматов яуланы. Өсөнсө урынды Нурия Дауытова (Әбделмәмбәт), Руфина Хәлисова (Ишбулды), Нурһылыу Абдуллина (Хәмит) алды. Айлина Мырҙагилдина (Гусев) «Асыш», Нәркәс Алтынбаева «Өмөт» номинацияһында билдәләнде.
7-8 кластар араһында Гран-приға Асҡар егете Данил Миһранов лайыҡ булды. Беренсе урында Ташбулат ауылы ҡыҙы Нурия Камалова, икенсе урында Дилбәр Фәизова (гимназия) һәм Илвир Рәхмәтов (Асҡар) еңеүселәр тип табылды. Өсөнсө урынға Нәркәс Хисмәтова (Дәүләт), Илсиә Ирғәлина (Ишҡол), Малик Бикмөхәмәтов (Ташбулат), Заһиҙә Ғәзизова (Дәүләт) сыҡты. Был төркөмдә бөтәһе 8 уҡыусы ҡатнашты.
Төп дәүләт, берҙәм дәүләт имтихандарына барған әҙерлектән ваҡыт табып, шиғырҙарҙы бынамын итеп ятлаған сығарылыш уҡыусылары айырым маҡтауға лайыҡ. Был төркөмдә бөтәһе 9 уҡыусы ҡатнашты һәм араларынан иң матур шиғыр һөйләүсе тип Ҡаҙмаш урта мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Зыяева табылды. Буранғолдан Рәсүл Сәлмәнов менән гимназиянан Арслан Булатов беренсе урындарҙы яулаһа, икенсе урындарҙы Ишбулдынан Айзилә Әлимғужина, Асҡар мәктәбенән Юлиә Мырҙабаева, Әбделмәмбәт мәктәбенән Рита Диәрова бүлеште. Өсөнсө урында Дәүләттән Альберт Ғәлиуллин, Тупаҡтан Гөлбаныу Хамматова, Ишҡолдан Иҙрис Ҡаһарманов еңеүселәр тип табылды.
Уҡыусы һәм уҡытыусының төркөмөндә Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Абдрафиҡова менән уҡыусыһы Илүзә Әхмәтова гран-при яуланы. Атауҙынан Гөлнара Замалитдинова менән уҡыусыһы Камила Баязитова беренсе урында билдәләнде. Ишбулдынан Нәркизә Байгилдина менән уҡытыусыһы Динара Мырҙабулатова икенсе урынды яуланы. Красная Башкириянан Зөлхизә Әхмәтшина уҡыусыһы Ләйсән Ноғоманова һәм Дәүләттән Раушания Мәсәлимова уҡыусыһы Әминә Нафиҡова менән өсөнсө урынға лайыҡ булдылар.
Еңеүселәргә район мәғариф бүлегенән маҡтау ҡағыҙҙары бирелде, бәйгенән берәү ҙә буш ҡул менән ҡайтманы.
Әбйәлил йәштәре ҡоролтайы ағзаһы булған Гөлфиә Ниғмәтуллина бәйгенең башынан алып аҙағынаса сығыштарҙы баһалап иң рухлы һәм ижади яҡтан көслө-ләргә район ҡоролтайы исеменән маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Улар — Сәлиә Вәлиева, Айбулат Хәсәнов, Данил Миһранов, Нурия Камалова һәм Арслан Булатов.
Конкурста шағирҙың үлемһеҙ тип һаналған «Билдәһеҙ һалдат» шиғырын туғыҙ, «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын биш, «Рус түгелмен, ләкин мин россиянмын» шиғырын дүрт, «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә»не өс уҡыусы яттан һөйләне. Уларҙан тыш «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм», «Күкрәгемдән ҡоштар осорам», «Тауҙар», «Япраҡ яуғанда», «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!», «Һалдат», «Башҡорт халҡына яуап хат» һәм «Үлмәҫбай» поэмаһынан өҙөк яңғыраны.
Жюри ағзаларының һәр береһе бәйге тураһындағы тәьҫораттары менән бүлеште. Балалар ижады йорто директоры Рәғиҙә Сафина конкурста ҡатнашыусы уҡыусыларға һәм уларҙы бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларға Мостай ижадына битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм киләһе йылдарҙа ла әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.