Йәштәр мөхите
25 Января 2025, 07:00

14 йәшлек студент

Асҡар ҡыҙы Регина Хөснитдинова 14 йәшендә Өфө медицина колледжына уҡырға ингән. I курс студенты үҙенән өлкән курсташтары араһында һынатмай, белемгә ынтылышы, тырышлығы менән алдырып, яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй.

14 йәшлек студент14 йәшлек студент
14 йәшлек студент

Уның класташтары әлеге ваҡытта мәктәптә 9-сы класта белем ала. Нисек улай килеп сыҡҡан һуң? Былтыр бер туған ағаһы Данил 9-сы кластан һуң Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы авиация колледжына уҡырға ингәс, һеңлеһе лә баш ҡалаға уҡырға китеү, тиҙерәк студенттар сафына баҫыу теләге менән яна башлай. Тик 7-се класты ғына тамамлаған ҡыҙ өсөн был хыял ныҡ алыҫта тойола. Шуға күрә ул алдағы ике уҡыу йылын экстерн юлы менән бер йыл эсендә тамамларға була. Уҡыуға етди ҡараған, яҡшы өлгәшкән ҡыҙҙарының ниәтенә ата-әсәһе ҡаршы төшмәй. Мәктәп етәкселеге лә ыңғай килә. Ҡалғаны Регинаның үҙенән, уҡыу программаһын нисек үҙләштереүенән тора. Уҡыу йылының беренсе яртыһында ул 8-се класс өсөн уҡып, Яңы йылға
тиклем бөтә предметтарҙан да аттестацияны уңышлы яба. Экстерн менән уҡыуы көсөргәнешле булһа ла, тырыш уҡыусы  йылдағыса олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашыуҙан да ситтә ҡалмай, 1-се Асҡар урта мәктәбенең намыҫын яҡлап яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса район олимпиадаһында еңеү яулай, астрономиянан призер була, «Республикама дан йырлайым» район
иншалар конкурсында беренсе урын ала. Шулай ҙа ял-байрамдарҙы, каникулдарҙы уҡыу хаҡына ҡорбан итергә тура килә Регинаға. Теләге ҙур булғас, барыһына ла түҙә, күп шөғөлләнә. Ҡышҡы каникулдан һуң туғыҙынсылар араһына күсеп ултырғанда, был класс өсөн дә арыу уҡ программаны үҙ аллы үҙләштереп килә. Шуға күрә яңы класташтарын уҡыуҙа ҡыуып етеүе уға артыҡ ҡыйын булмай. Ҡалған ике сирек эсендә төп дәүләт имтихандарына ла ентекле әҙерләнергә өлгөрә һәм сығарылыш һынауҙарын тик яҡшы билдәләргә тапшыра. Башлы ҡыҙ математиканан имтиханды мәктәп буйынса иң юғары балға тапшырыусыларҙың береһе була. Органик булмаған химия курсын бер йылда үтергә тура килһә лә, Магнитогорскиҙа еңгәһе Наталья Хәлисованың һәм уҡытыусыларының ярҙамы менән был фәндән мөмкин булған 40 балдың 38-ен йыя. Регина Хөснитдиноваға аттестатҡа рус теленән генә «дүртле» сыға. Көлөп торған «бишле»ләре менән үҙе теләгән уҡыу йортона йырлап уҡырға инә.
— Мин уҡытыусыларымдан уңдым. Башланғыс белемде көслө педагогтарҙың береһе булған Г. Н. Ғибәҙәтовала алдым. Урта кластарға күскәс, математиканан Н. З. Әхтәмова һәм Е. М. Машкова, физика һәм астрономиянан Г. Р. Насирова, географиянан М. Р. Зарипова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән Г. М. Әхмәтйәнова, башҡорт теленән Л. С. Абдрахманова, рус теленән А. З. Һибәтуллина, биологиянан И. К. Вәлиева, химиянан М. Й. Ямалова, Е. Н. Цициморова уҡытты. Экстерн юлы менән уҡытыу буйынса бөтә документтарҙы директор урынбаҫары А. Ә. Манапова алып барҙы. 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусылары биргән төплө белем менән теләгән уҡыу йортома бюджет нигеҙендә уҡырға индем һәм хәҙер ҙә уҡыу ауыр бирелмәй, — ти остаздарына
рәхмәтле Регина. Бәләкәйҙән күңеленә яҡын булған шәфҡәт туташы һөнәренә уҡый ул. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һаулыҡ һаҡлау
хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһына ағза булып ингән. Уҡыу йортоноң һәм профсоюздың стипендияһын ала. Буш ваҡыттарында бәйләй, сәйлән, алмаз мозаикаһы теҙеү менән мауыға. Киләсәктә БДИ тапшырыу, юғары белем алыу тураһында ла уйҙары юҡ түгел уның. Маҡсатлы, тырыш студентҡа уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас