Асҡар ауылы ҡыҙы Дилара «Декоратив сәнғәт һәм дизайн» һөнәре буйынса белем ала һәм әүҙем студент тормошон алып бара, ниндәй эшкә тотонһа ла маҡсатына ирешә, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
2021 йылда Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжын тамамлаған Дилара диплом алғанда ГТО-ның бронза миҙалы менән дә бүләкләнә. Студентка бейеү менән мауыға, “Zefir” бейеү коллективы менән фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Бәләкәйҙән шахмат менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙҙың спорттың был өлкәһендә лә еңеүҙәре бихисап.
Үткән йылда “Йыл студенты -2024” республика конкурсында “Йыл медиаһы” номинацияһында еңеүгә өлгәшкән тырыш ҡыҙ.
Дилара йәмәғәт тормошондағы әүҙем ҡатнашҡаны һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн университеттың почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ, медиа өлкәһендәге уңыштары төбәк-ара медиаүҙәгенең почет билдәһе менән билдәләнгән.
Дилара «Педвуз тауышы» округ-ара медиафорумы кеүек мөһим проекттарҙа ҡатнаша һәм педагогия университеттарының студенттар инициативалары лидерҙары форумы сиктәрендә грант проектын яҡлай. Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары балалары өсөн «Университет сменалары» белем биреү-туристик проектын ойоштороусы ла ул.
Бөгөн Дилара студенттар медиаүҙәге етәксеһе вазифаһын башҡара, унда башҡа студенттар менән тәжрибә уртаҡлашыуын, бөтә яҡлап үҫешен дауам итә. Йәш яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштары күптәрҙе илһамландыра, уҡыуҙы, ижадты һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген уңышлы берләштереүҙең сағыу өлгөһө булып тора. Ошондай уңған студенттарыбыҙ райондың ғына түгел, илдең киләсәге һәм өмөтө.