

Талантлы студент “Студент стартапы” конкурсында ҡатнашып, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса (национальный проект “Молодежь и дети”) ярҙам алған. Был хаҡта БР Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итә.
Проектттың асылы шунда: ябай кәңәштән алып экспертиза йә ниндәйҙер әйберҙе һайлау һәм башҡа кәңәшкә мохтаж кеше социаль селтәрҙә уны таусирлап яҙып ҡалдыра. Яһалма зиһенле кәңәш биреү системаһы был һорауҙы виртуаль дуҫтарҙың профилдәре менән сағыштыра ла ярҙам итерҙәйҙәрен һайлап, исемлек төҙөй. Һорау авторы уны ҡарап сыҡҡас, үҙенә тап килгәнен һайлап, үтенесен ошо кешегә яҙып ебәрә.
Платформаны 10-лаған кеше төҙөй, улар – Булат Әйүповтың дуҫтары, курсташтары, фекерҙәштәре. Ай-ай ярымдан һуң йәштәр диплом темаһын яҡлай, унан һуң рәсми релиз сыға һәм ҡушымтаны күсереп алып, файҙалана башларға мөмкинлек тыуа.
“Был йүнәлеш буйынса эшкә булышлыҡ итәбеҙ, артабан да ярҙам итербеҙ. Талантлы студенттар, магистранттар һәм аспиранттарға ижади эҙләнеү эштәре алып барырға ярҙам иткән мөхит тыуҙырырға бар яҡлап та булышлыҡ ҡылырбыҙ. ӨФһТУ аҙаҡҡы йылдарҙа студенттар эшҡыуарлығы буйынса алдынғы урындарҙы биләй һәм был өлкәгә йылдан-йыл күберәк студенттарыбыҙ йәлеп ителер, тип ышанабыҙ”, – ти университеттың проект эштәре һәм эшҡыуарлыҡ буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфиә Садиҡова.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26740/
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.