Йәштәр мөхите
4 Сентября , 07:55

Йәш ғалимдар мәнфәғәтендә

Республикала йәш ғалимдар өсөн гранттар ике йылға тиклем арттырыла, бының һөҙөмтәһендә йәш тикшеренеүселәр ике йыл дауамында ғилми эштәр башҡарыу өсөн аҡса алырға мөмкин. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәш ғалимдар мәнфәғәтендәЙәш ғалимдар мәнфәғәтендә
Йәш ғалимдар мәнфәғәтендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш ғалимдары өсөн гранттар системаһын үҙгәрткән указға ҡул ҡуйҙы. Документ 2 сентябрҙән көсөнә инде.

Төп яңылыҡ — гранттарҙың ваҡыты бер йылдан ике йылға тиклем арттырыла. Хәҙер йәш тикшеренеүселәр ике йыл дауамында ғилми эштәр башҡарыу өсөн финанслау алырға мөмкин. Гранттарҙы түләү өсөн аҡсаның дөйөм күләме йыл һайын республика бюджеты тураһындағы законға ярашлы билдәләнәсәк.

Бынан тыш, грант алыусылар даирәһе аныҡланды. Ярҙам 35 йәшкә тиклемге ғалимдарға — республикала теркәлгән дәүләт юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмаларҙың фән кандидаттарына, аспиранттарына бирелә.

Документ шулай уҡ йәш ғалимдарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһының Гранттар буйынса советы составын яңырта. Яңыртылған составҡа республиканың алдынғы фәнни һәм белем биреү учреждениелары вәкилдәре инде.

Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр, Башҡортостандан өс йәш ғалим РФ президенты стипендияһын аласаҡ.

Йәш ғалимдарҙы дәртләндереү саралары “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект «Молодёжь и дети») нигеҙендә бойомға ашырыла.

Фото:"Башинформ".

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас