Йәштәр мөхите
11 Сентября , 07:50

Йәштәр йорто замансаға әйләнә

Район үҙәгендәге Йәштәр йортон “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса (нац проект «Молодёжь и дети») капиталь ремонтлау алып  барыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәштәр йорто замансаға әйләнәЙәштәр йорто замансаға әйләнә
Йәштәр йорто замансаға әйләнә

 “Эйе, әле унда буяу еҫе һәм инструменттар тауышы ишетелә. Әммә мин көн һайын туҙан ҡатламынан яҡтылыҡ күрәм. Яңы залдар, яңы идеялар һәм егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн яңы мөмкинлектәр яҡтылығы. Беҙ торбаларҙы алмаштырып, стеналарҙы буяп ҡына ҡалмайбыҙ - Әбйәлил районының киләсәк еңеүҙәре өсөн нигеҙ булдырабыҙ” – тип бүлешкән үҙенең фекерҙәре менән район башлығыАйрат Әминев социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Был һәр йәш кешегә киләсәктә  үҙенсә  ижад итеү мөмкинлеге буласаҡ.

 Бында оҫталыҡ дәрестәре, уңышҡа өлгәшкәндәр менән осрашыуҙар һәм практик тренингтар үткәреү планлаштырыла. Клиптар төшөрөргә, гранттар яҙырға йәки команда менән идара итергә өйрәнергә ла мөмкинлек буласаҡ Йәштәр йортонда.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас