+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2018, 10:52

Емеш-еләк миҙгеле

Йәйҙең матурлығы, йәме йәшеллектә генә түгел, муллыҡта ла. Ғәҙәттә, миҙгелдең муллығы йәиһә ҡытлығы баҙарҙа сағылыусан.

Йәйҙең матурлығы, йәме йәшеллектә генә түгел, муллыҡта ла. Ғәҙәттә, миҙгелдең муллығы йәиһә ҡытлығы баҙарҙа сағылыусан.

Асҡар баҙарында төп иғтибарҙы йәлеп иткәне сейә, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат булды. Әлбиттә, күп булмаһа ла көртмәле, ер еләге, ҡурай еләге, баҡса еләге тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Баҡсала үҫтерелгән йәшелсә әлегә өлгөрөп етмәй, ахыры, баҙарҙа үҙ баҡсаһында үҫтергән ҡыяр, помидор, татлы борос менән һатыу итеүселәр күренмәне.

Йәйҙең йәме – бал да күренә. Әммә яңы һығылған бал күп түгел, күберәге былтырҙан ҡалған татлы ризыҡ менән һатыу итәләр.

Асҡар баҙарында хаҡтар түбәндәгесә:

сейә (5 л) – 350-400 һум;

ҡара ҡарағат (3 л) – 400 һум;

ҡыҙыл ҡарағат (1 л) – 150 һум;

крыжовник (2,5 л) – 350 һум;

ҡурай еләге (0,5 л) –125 һум;

виктория (0,5 л) – 50 һум;

көртмәле (0,5 л) – 200 һум;

ер еләге (5 л) – 500 һум;

бал (3 л) –1600, былтырғыһы 1500 һум.

Йәйҙең һуңғы айы етһә лә, себеш мәле үтмәгән күрәһең. Тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ себешен һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа етерлек.

Төрлө тоҡомло ҡаҙ себештәре ҙурлығына ҡарап – 150-250 һум;

өйрәк себештәре–90-190 һум;

тауыҡ себештәре – 60-180 һум;

тауыҡтар – 280 һум.

Баҙарҙың үҙ ҡануны – хаҡтарҙың иртәгә үҙгәреүе лә мөмкин. Һәр хәлдә, тәҡдим ителгән емеш-еләкте, кәрәк булһа, ваҡытында һатып алыу яҡшы.

Р. ИТАЛМАСОВА.
Читайте нас: