+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2018, 17:36

Республикала юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса территориаль заказға өҫтәмә объекттар индерелгән

Башҡортостан хөкүмәте 2018-2019 йылдарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса территориаль заказға өҫтәмә объекттар индерҙе

Башҡортостан хөкүмәте 2018-2019 йылдарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса территориаль заказға өҫтәмә объекттар индерҙе. Был турала Юл хужалығы буйынса эксперт советы ултырышынан һуң билдәле булды.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, улар — Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Краснокама, Мәсетле, Туймазы һәм Шаран райондарында туғыҙ күпер һалыу һәм реконструкциялау.
Шулай уҡ быға 11 күпер төҙөлөшөн һәм реконструкцияһын проектлау инә. Улар буйынса эште 2020 йылда башлау күҙаллана. Был ҡоролмалар Асҡын, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Күгәрсен, Мәләүез, Мишкә, Учалы, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарында урынлашҡан.
Шулай уҡ Октябрьскийға субсидиялар бүленә — 9-сы урамды төҙөүҙе финанслай башлауға; Өфөлә — Зинин ҡасабаһында (Киров районы) транспорт сиселешен төҙөү буйынса проект-эҙләү эштәрен үтәүгә; Әбйәлил районына 2019 йылда Яҡтыкүлгә тиклемге юлды ремонтлауҙы тамамлауға.
Читайте нас: