РФ Финанс министрлығы бойороғона ярашлы, 20 августан Рәсәйҙә араҡыға яңы минималь хаҡ билдәләнде. «Ҡатылығы 37 – 39 градус тәшкил иткән спиртлы эсемлектәр-ҙең хаҡы 205 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш», — тиелә документта. Хаҡтарҙы күтәреү контрафакт менән көрәшеү өсөн башҡарыла. Бынан тыш, закон сығарыусылар магазиндар-ҙағы араҡы кәштәләрен дә ҡулланыусылар залынан алырға тәҡдим итә. Йәғни, тәмәкене йәшергән кеүек, шешәләрҙе лә асыҡ ысул менән һатыуҙы туҡтатырға.