+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2019, 19:26

Һаулыҡ һаҡлауға иғтибар көсәйә

Яҡын алты йылда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проект сиктәрендә Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 16,5 миллиард һум аласаҡ.

Яҡын алты йылда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проект сиктәрендә Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 16,5 миллиард һум аласаҡ. Был аҡса инфаркт һәм ракка ҡаршы көрәшеүгә, балалар поликлиникалары һәм ФАП-тар төҙөүгә йүнәлтеләсәк.
Был сумманың 4,9 миллард һумын республика ағымдағы йылда аласаҡ. Шуның 666 миллион һумы медицина онкология ойошмаларын яңыртып йыһазландырыуға тотоноласаҡ.
2020 йылда бындай сығымдар бер миллиард һумдан ашып китәсәк. Өфөлә окодиспансерҙың яңы хирургия корпусын төҙөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырасаҡтар.
Район дауаханаларында үҙҙәренең онкобүлексәләрен асыу күҙаллана. 500 миллион һум яңы дауалау учреждениелары төҙөүгә тотоноласаҡ, ә 296 миллион һум балалар поликлиникаларының матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтеләсәк. Тағы 260 миллион һум ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һәм күсмә медицина комплекстарына тотоноласаҡ.
«Земский доктор» программаһына республика 62 миллион һум аласаҡ, быға өҫтәп республика бюджетынан тағы 50 миллион һум бүленәсәк. Был тағы 50 белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Ә 125 миллион һум ныҡ мохтажлыҡ кисергән медицина кадрҙарын дәртләндереүгә тотоноласаҡ.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанға 1682 медицина белгесе кәрәк, шул иҫәптән ауыл биләмәләренә 386. Ҡағиҙә булараҡ, былар терапевтар һәм педиатрҙар.
Һаулыҡ һаҡлау системаһында милли проектты тормошҡа ашырыу осоронда бюджет аҡсаларын һөҙөмтәле тотоноу мәсьәләһен БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар тикшерҙе. Был мөһим һөйләшеүҙә Рәсәйҙең Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль ҡатнашты.
Читайте нас: