+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июнь 2019, 18:59

Башҡортостанда һөт кухнялары тергеҙеләсәк

Һөт кухнялары яҡын киләсәктә тотош республика буйынса тергеҙеләсәк.

Элекке замандарҙа һөт кухнялары ата-әсәләрҙә ҙур һорау менән файҙаланды, бында улар балалар өсөн һөт ҡатышмалары һәм әсе һөт продукцияһы ала торғайны. Был, әлбиттә, ғаилә бюджетын экономияларға ла булышлыҡ итте.
Һөт кухнялары яҡын киләсәктә тотош республика буйынса тергеҙеләсәк. Был хаҡта республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ррадий Хәбиров Хөкүмәт ултырышында белдерҙе. Сөнки республикала экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы булған һөт продукттарына өс йәшкә тиклем 150 меңдән ашыу бала мохтаж.
Өфөлә бөгөнгәсә бындай һөт кухнялары эшләп килә. Уны тотоуға ҡала бюджетынан йылына яҡынса 19 миллион һум һалынатотонола. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе тәьмин итеүҙән тыш, һөт продукцияһы һатыуға ла сығарыла. Өфөнөң эш тәжрибәһе яҡын киләсәктә бөтә Башҡортостанға таратыласаҡ. Миҫалға, 1 июлдән һөт кухняһы Стәрлетамаҡта эшләй башлаясаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә билдәле булыуынса, ошондай һөт кухняларын Нефтекамск, Октябрьский, Сибай һәм Белорет ҡалаларында асыу планлаштырыла.
Рәмилә Истанбаева.
Читайте нас: