5 июндә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы «Башҡортостан Республикаһы бюджетының 2018 йылдағы үтәлеше тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул итте.
2018 йылда республика бюджеты килеме 202,7 миллиард һум тәшкил итте, 2017 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 21 процент тәшкил итә. Шуларҙың 162,3 миллиард һумы һалым һәм һалым булмаған килемдәр. 2017 йыл менән сағыштырғанда бюджетҡа түләмдәр 30,5 миллиард һумға артты. Табыштарҙың артыуы 17,8 миллард һум күләмендә бер тапҡыр түләмдәр инеүенә һәм һалым базаһын арттырыуға, шулай уҡ килемдәргә етәкселек итеүҙе көсәйтеүгә бәйле.
Һалым һәм һалым булмаған табыштар структураһында иң ҙур килемде ойошмаларҙың табышына һалым тәшкил итте – 43,5 процент, физик шәхестәр килеменә һалым – 23, акциздар – 11,7, милеккә һалкым – 10,4, дәүләт милкендәге мөлкәтте файҙаланыуҙан килем – 6,5 процент булды.
Дотация, субвенция, субсидия рәүешендә башҡа кимәлдәге бюджеттарҙан ингән аҡса 40,4 миллард һум тәшкил итте, был бынан алдағы осор менән сағыштырғанда 13,2 процентка күберәк. Федераль бюджеттан 40,1 миллиард һум аҡса килде (2017 йыл менән сағыштырғанда 5,2 миллиард һумға йәки 14,8 процентҡа артығыраҡ).
Башҡортостан Республикаһының сығымдары былтыр 180 миллиард һум күләмендә булды, был 2017 йылдағынан 24,1 миллиардҡа күберәк.
Республиканың бюджеты бынан алдағы йылдарҙағы кеүек үҙенең социаль йүнәлештә булыуын һаҡлап ҡалды. Социаль өлкәгә сығымдар 127,1 миллиард һум (70,6 процент) тәшкил итте, шул иҫәптән социаль сәйәсәткә 46,5 миллиард һум (25,9 процент), мәғарифҡа 45,2 (25,1), һаулыҡ һаҡлауға 19 (10,5), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 6,8 (3,8), мәҙәниәткә, кинематографияға 5,6 (3,1), физик культураға, спортҡа һәм киң мәғлүмәт сараларына 3,7 (2,1), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға 0,3 миллард һум (0,1проц.) тотонолдо.
Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығымдар 29,4 миллиард һум (16,3 процент), муниципаль берәмектәр бюджеттарына бюджет-ара трансферттар биреүгә 13,1 (7,3), милли оборонаға, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә 1 миллард һум (0,6) китте, башҡа сығымдар 9,4 миллард һум булды (5,2 процент).
Социаль өлкәне үҫтереү, иҡтисадтың тармаҡтарына ярҙам итеү, инфраструктура проекттарын бойомға ашырыу өлкәләрендәге төп мәсьәләләр бюджеттың программа өлөшөн үтәү барышында тормошҡа ашырылды. Башҡортостан Республикаһының 29 дәүләт программаһы сиктәрендә бюджеттың сығымдарының 97,3 проценты, йәғни 175,2 миллард һумы финансланды.
Башҡортостан Республикаһының Финанстар министрлығының матбуғат хеҙмәте тарафынан әҙерләнде.