+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2019, 12:13

Ҡеүәтле сәнәғәт заводы төҙөлә

Австрияның «Ласселсбергер» компанияһы ҡатнашлығындағы предприятиены файҙаланыуға тапшырыу өсөн ҙур күләмдә инвестициялар йәлеп ителәсәк.

Австрияның «Ласселсбергер» компанияһы ҡатнашлығындағы предприятиены файҙаланыуға тапшырыу өсөн ҙур күләмдә инвестициялар йәлеп ителәсәк. Уны төҙөүҙә Башҡортостан Хөкүмәте лә ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡоро ҡатнашмалар етештереү буйынса завод төҙөлөшө — өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында кәңәшмә үтте.

Мөһим сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И. А. Тажетдинов, «Ласселсбергер» компанияһын ойоштороусы Й. Ласселсбергер, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Ф. Ф. Садиҡов, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, уның төҙөлөш һәм коммуналь-торлаҡ хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов, «Цемикс» ЯСЙ-һы генераль директоры Ж. Г. Го, Силәбе өлкәһенең Агаповка районы хакимиәте башлығы Б. Н. Тайбергенов һ.б. ҡатнашты. Иң тәүҙә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә тимер юлы төҙөлөшөнә сығымдарҙы субсидиялау буйынса өҫтәмә килешеү төҙөлдө. Уның буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн республика ҡаплаясаҡ. Дүрт яҡлы килешеүгә Илшат Тажетдинов, Йозеф Ласселсбергер, Илдар Нафиҡов, Го Жан ҡул ҡуйҙы.

— Ҡоро ҡатнашмалар етештереү буйынса завод Урал аръяғының иҡтисадын күтәреү өсөн бик әһәмиәтле проект булып тора. Уны төҙөүгә 2 миллиард 300 миллион һум күләмендәге инвестиция саралары йүнәлтеләсәк. Бында 2016 йылдан әҙерлек эштәре башҡарылды: эзбизташ ятҡылыҡтарын билдәләү өсөн геология тикшеренеүҙәре үтте, уға лицензия алынды, заводтың урыны билдәләнде, Йәнгел биләмәһенең генераль планын үҙгәртеү буйынса асыҡ тыңлауҙар уҙғарылды. Завод төҙөлөшө урындағы халыҡ менән килешеп, санитар, экология талаптарына ярашлы башланды. Төҙөлөш әүҙем бара, 330 кеше эшләй, уларҙың 150-нән ашыуы, йәғни 60 проценты район халҡы, — тине Илшат Азамат улы.

— Был завод Әбйәлил өсөн бик мөһим, сөнки тәүге ҙур сәнәғәт предприятиеһы булып тора. Район һәм республика бюджеты уның ярҙамында һалымдар менән тулыланасаҡ, халыҡ өсөн эш урындары буласаҡ, — тип билдәләне Илдар Таһир улы. — Завод етәкселеге беҙҙекеләр башҡарған эш сифатынан ҡәнәғәт, уларҙы артабан да бында ҡалдырыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителәсәк.

Йозеф Ласселсбергер киләһе ҡышҡа тиклем төҙөлөш эштәрен тамамлап, ҡорамалдарҙы ҡороу эшенә тотонорға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Завод 2020 йылдың март-апрель айҙарында тулыһынса әҙер булырға тейеш. Бында 220-нән ашыу эш урыны буласаҡ. Предприятиеның артабанғы үҫеш планы инвестициялар күләмен һәм эш урындарын тағы ла арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Төҙөлөш майҙансығын ҡарағандан һуң етәкселәр кәңәшмә уҙғарҙы. Һөйләшеү нигеҙҙә инфраструктура: юл, электр, газ, һыу селтәре төҙөүгә ҡағылды. И. А. Тажетдинов заводҡа илткән автомобиль юлдарын төҙөүҙең беренсе этабын октябрь айына тиклем бөтөрөп, икенсеһенә тотоноу мөһимлеген билдәләне.

Ж. Г. Го заводтың бөтә корпустарының нигеҙе әҙер булыуын, хәҙер тимер конструкциялар ҡороласағын әйтте. «Киләһе йылдың яҙында бөтә ҡорамалдар әҙер буласаҡ», — тип белдерҙе Жан Георгиевич.

Ф. Р. Махийәнов проекттың инфраструктураһын тәьмин итеү, рөхсәт биреүсе документация мәсьәләләренә туҡталды.

БР Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Д. В. Петраковский автомобиль юлын төҙөү буйынса райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығы менән килешеү булыуын, икенсе этап 2020 йылдың октябрендә тапшырылырға тейешлеген еткерҙе.

«Газпром межрегионгаз Уфа» ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары Е. Ю. Сельянов заводҡа газ үткәреү мәсьәләләренә туҡталды. Проект-документацияһы әҙер, рөхсәт ҡағыҙҙары алынған, подрядсы ойошманы билдәләүгә конкурс иғлан ителгән. 13,8 километр оҙонлоғондағы газүткәргес республика бюджеты иҫәбенә һалынасаҡ, эштәрҙе тамамлау ваҡыты — 2020 йылдың тәүге кварталы тип билдәләнгән. Төп талап — «Цемикс» заводы етәкселегенә йүнәлтелде. Улар газ ҡулланыу системаһын тулыһынса әҙерләргә тейеш.

«Сигмастрой» йәмғиәте директоры Ю. И. Макаров менән «ПКБ-Топаз» ЯСЙ-һы етәксеһе О. А. Рымаева Көньяҡ Урал тимер юлынан «Цемикс» ЯСЙ-һына тиклем тимер юл төҙөүгә әҙерлек барышы менән таныштырҙы.

БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары Ф. Ф. Садиҡов заводтың карьеры сиктәренән өс электр линияһын күсереү быға рөхсәт биреүсе процедураларҙан һуң башҡарыласағын билдәләне.

И. А. Тажетдинов кәңәшмәне йомғаҡлап, республика хөкүмәте төҙөлөшкә ҡағылышлы барлыҡ бурыстарҙы тулы кимәлдә үтәйәсәк, был әһәмиәтле инвестиция проекты уңышлы тормошҡа ашырыласаҡ тигән ышаныс белдерҙе.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: