+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июнь 2019, 10:58

Яңы фатир туйлаясаҡтар

Республикала иҫке фатирҙарҙа йәшәүселәр тиҙҙән яңы фатир туйлаясаҡ.

Республикала иҫке фатирҙарҙа йәшәүселәр тиҙҙән яңы фатир туйлаясаҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостан Республикаһының авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереүгә финанс ярҙамы күрһәтеүгә бирелгән заявкаһын ыңғай хәл итте. 2017 йылға тиклем авария хәлендәге йорттарҙа йәшәй тип танылған граждандар программаға эләккән һәм уларҙы күсереүгә фондтан 282,42 миллион һум аҡса бүленәсәк. Төбәк үҙенән дә 63,4 миллион һум саралар өҫтәйәсәк. 10 муниципаль берәмектәге авария торошондағы 206 торлаҡтан бөтәһе 666 кеше күсереләсәк.
Республикала «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 2500 граждан яңы торлаҡлы буласаҡ. Башҡортостан Республикаһының 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программаһы аша мохтаж ғаиләләргә 923 фатир биреләсәк. Уға бөтәһе 1649,22 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Дөйөм финанслау күләме 1649,22 миллион һум тәшкил итәсәк, шул иҫәптән республика бюджетынан 27,48 миллион һум, муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһынан 274,87 миллион һум аҡса бүленәсәк.
2008-2016 йылдарҙа республикала иҫке фатирҙан яңыһына күсереү программаһын тормошҡа ашырыуға фондтан 9, 17 миллиард һум бүленгән. 2016 йылға тиклем 14 527 иҫке йорттан 40845 кеше күсерелгән.


Читайте нас: