+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июль 2019, 10:50

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам арта

Муниципаль программаларҙы финанслау аша социаль эшҡыуарлыҡҡа гранттар бүлеү юлы менән финанс ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын яҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда раҫланған төбәк проекттары паспорттары иҫәбендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты акселерациялау” проекты ла бар. Алты йыл дауамында уны финанслауға 2,1 миллиард һум бүленәсәк. Шуның 249,5 миллион һумы ағымдағы йылда бүленәсәк. Ошо маҡсатта республикала “Минең бизнесым” исеме аҫтында үҙәк төҙөлдө лә инде.
Был үҙәк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү майҙансығы буласаҡ, унда ярҙам саралары һәм хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Бынан ары ярҙам алыр өсөн эшҡыуарға төрлө ойошмалар буйлап йөрөргә тура килмәйәсәк.
Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Минең бизнесым”ды булдырыуға, унда эш урындары асыуға һәм үҙәкте программалар йәһәтенән тәьмин итеүгә быйыл 139 миллион һум аҡса бүленәсәк. Муниципаль программаларҙы финанслау аша социаль эшҡыуарлыҡҡа гранттар бүлеү юлы менән финанс ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

Р. Истанбаева.
Читайте нас: