+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июль 2019, 11:00

Стәрлелә һөт кухня-фабрикаһы бар

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта ла һөт фабрика-кухняһы эшләй башлай.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта ла һөт фабрика-кухняһы эшләй башланы, ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, өс етештереү цехын үҙ эсенә ала.
Тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә һөт фабрика-кухняһы 15 төр тәбиғи ризыҡ, айына 1,5 миллиондан ашыу порция сығарырға тейеш. Шул рәүешле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкәсә 1 400 самаһы сабыйҙы һәм коммерция нигеҙендә 11 меңдән күберәк баланы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү күҙаллана.
Проектҡа Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай һәм Мәләүез ҡалалары ла инә, йәғни фабрика-кухня ошо төбәктәр халҡын үҙендә етештерелгән һөт продукттары менән тәьмин итәсәк. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 19 миллион һум бүленгән. Аҡса ҡорамалдар, продукцияны ташыу өсөн транспорт һатып алыуға, капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелгән.

Р. Истанбаева

Читайте нас: