+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Июль 2019, 10:45

Владимир Путин: "Үҫеш өсөн бөтөн мөмкинлектәребеҙ бар"

Ил етәксеһе Рәсәй Хөкүмәтенең һәм ҙур ойошмаларҙың айырым юғары технологик йүнәлештәрҙе үҫтереү маҡсатындағы килешеүҙәр төҙөү тантанаһында ҡатнашты.

Ил етәксеһе Рәсәй Хөкүмәтенең һәм ҙур ойошмаларҙың айырым юғары технологик йүнәлештәрҙе үҫтереү маҡсатындағы килешеүҙәр төҙөү тантанаһында ҡатнашты.
Хөкүмәт һәм эре компаниялар араһында һигеҙ килешеү төҙөлдө. Атап әйткәндә, Һаҡлыҡ банкы, Рәсәй тимер юлдары, Росатом, Ростех ойошмалары менән төрлө өлкәләргә бәйле хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды.
“Беҙҙең барлыҡ ошо мөһим йүнәлештәр буйынса алға китеүгә аныҡ мөмкинлектәребеҙ бар. Былар буш һүҙ түгел!”, – тине Владимир Путин. Рәсәй лидеры илебеҙҙең юғары технологиялар үҫеше буйынса донъяла алдынғы урын яуларына ҙур ышаныста.
“Бының өсөн бөгөндән үк әүҙем эшләү мөһим”, – тине Президент.
#ВладимирПутин
Читайте нас: