-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июль 2019, 11:00

Эшҡыуар булырға өйрәнәсәктәр

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса 2019 йылда 2,5 мең кеше бизнес алып барыу, финанс грамотаһына өйрәнәсәк.

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса 2019 йылда 2,5 мең кеше бизнес алып барыу, финанс грамотаһына өйрәнәсәк. Улар 1 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектын барлыҡҡа килтерер, тип көтөлә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса эшҡыуарҙың ыңғай образын тыуҙырыу өсөн белем, консультация һәм мәғлүмәт биреү сараларына 2019 йылда 15,9 миллион һум аҡса бүленә. 2024 йылға тиклем милли проект сиктәрендә 5,5 мең кеше уҡыуҙар үтеүе көтөлә. Уның һөҙөмтәһе булараҡ 3,5 мең урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты асылырға тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты халыҡ араһында эшҡыуарҙың ыңғай образын булдырыуға, граждандарҙы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүгә, яңы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Ул биш өлөштән тора: эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү; фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү; эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу.

Читайте нас: