+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июль 2019, 10:15

Бизнесҡа, бигерәк тә башланғыс стадияла ярҙам йөҙөнән

Башҡортостанда «Минең бизнесым» үҙәге булдырыласаҡ

2019 йылда Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам күрһәтеү» федераль милли проектын үтәү маҡсатында ҡабул ителгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә «Минең бизнесым» үҙәге булдырыласаҡ. Уның составына бөгөн республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе ойошмалар берләштереләсәк һәм ул бизнес субъекттарына – эшҡыуарҙарға, шулай уҡ үҙ эшен асырға уйлаусы физик берәмектәргә шәхси эшҡыуар булып теркәлеүҙән башлап продукцияны халыҡ-ара баҙарға сығарғанға тиклем киң даирәле хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнәсәк. Бер үк ваҡытта үҙәк уҡытыу майҙансығы ла буласаҡ. Бизнес вәкилдәре өйрәтеү программалары менән файҙалана, бизнесты ҡороу һәм үҫтереү буйынса семинарҙарҙа ҡатнаша, эшҡыуарлыҡ һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барыуға бәйле һалым, административ һәм башҡа закондар менән таныша ала. Ил Президенты В. Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға, йәғни милли проектты бойомға ашырыу тамамланыуға ҡарай, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүселәр һаны 35 процентҡа артырға һәм 560 меңгә етергә тейеш. Әлеге ваҡытта республикала 400 меңдән ашыу кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Г. КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: