Өс йылдан республикалағы 2700 социаль объекттың барыһы ла интернет селтәренә тоташтыраласаҡ. Был эш «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә башҡарыла, тип яҙа «Башинформ». Социаль объекттар иҫәбендә — медицина, мәғариф учреждениелары, полиция, янғын һүндереү хеҙмәттәре, һайлау участкалары, урындағы үҙидара органдары 100 Мбит/с тиҙлекле интернетҡа эйә буласаҡ. «Һанлы иҡтисад» милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Был маҡсатҡа дәүләттән 1,5 триллион һумға тикелм аҡса йүнләтеү ҡаралған.