-16 °С
Болотло
Антитеррор
ВКонтакте
Телеграм
MAX
Беҙҙең турала
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2019, 11:03
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә Австрия менән бәйләнеш булдырыла
Башҡортостан компаниялары Австрияға саҡырыла
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, быйыл ноябрҙә Австрияла Башҡортостандың эшлекле презентацияһын үткәреү планлаштырыла.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, сарала төбәгебеҙҙең экспорт һәм инвестиция мөмкинлектәре тулыһынса күрһәтеләсәк, шуға рәсми делегация составында барыу өсөн урындағы компаниялар саҡырыла.
Ҡатнашырға теләйһең, шулай уҡ Австрияның эшлекле вәкилдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса аныҡ тәҡдимдәрең бар икән, 31 июлгә тиклем хәбәр итергә кәрәк. Бәйләнеш сығанаҡтары: +7(347)2808718,
grogulenko.mk@bashkortostan.ru
.
#национальныепроекты
#региональныепроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"