+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2019, 11:16

Емеш-еләк бешкән, йәшелсә өлгөргән мәл

Йыл ҡоро килгәнлектән, емеш-еләк тә ҡырҙа түшәлеп ятмай, урыны-урыны менән генә уңған. Шулай ҙа өлгөрҙәр ҡайҙандыр ер еләген йыйып, хатта ҡыҙарып бешкән эре генәһен тәҡдим итәләр баҙарҙа.

Йыл ҡоро килгәнлектән, емеш-еләк тә ҡырҙа түшәлеп ятмай, урыны-урыны менән генә уңған. Шулай ҙа өлгөрҙәр ҡайҙандыр ер еләген йыйып, хатта ҡыҙарып бешкән эре генәһен тәҡдим итәләр баҙарҙа. Биш литрлыҡ биҙрәләге еләккә 750-800 һум һорайҙар. Ә турғай еләге бөтөнләй күренмәй.

Шулай уҡ баҙарҙа ағас еләге, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, крыжовник, сейә һатыуға сығарғандар байтаҡ ҡына. Хаҡтары түбәндәгесә:

Ағас еләге (1 литрлыҡ банкала) — 200 һум;

Ҡара ҡарағат (6 л) — 1000 һум;

Ҡыҙыл ҡарағат (6 л) — 500 һум;

Крыжовник (1 л) — 150 һум;

Алма тәҡдим итеүселәр ҙә бар, биш литрлыҡ биҙрәгә 100 һум һорайҙар.

Магазиндарҙа иһә, абрикос, слива һәм башҡа ситтән килтерелгән емештәр ҙә етерлек (сливаның килограмы уртаса — 65, абрикостыҡы — 98 һум).

Булған емеш-еләктән ваҡытында ҡайнатмалар әҙерләү өсөн шәкәре лә кәрәк. Шәкәргә хаҡ магазиндарҙа төрлөсә, йыбанмай һәр кибеттә йөрөп сыҡһаҡ, килоһын 35 һум менән дә табырға була, бәғзеләрендә уның хаҡы 41 һумға етә.

Былтырғы бал менән бер рәттән яңы ғына һығылғанын да һаталар (өс литрлыҡ банкалағыһы 2200 һумдан башлана).

Картуфҡа, биҙрәнең ҙурлығына ҡарап, — 150 (5 л), 250 - 200 һум һорайҙар. Уҙған йыл уңышы менән сит ерҙә үҫтерелгән яңы картуфты ла һатып алырға була, магазиндарҙа килоһы 36 һум.

Яҡташтарыбыҙҙың баҡсаларында әлегә ҡыяр ғына өлгөргән күрәһең, помидор бешеп етмәгәндер, уның ҡарауы магазиндарҙа тулып ята: помидор — 96, ҡыяр 36 һум тора.

Сәскә һатыусылар ҙа осрай баҙарҙа. Төрлө сорттағы раузаларҙың төбөн 100 һум менән тәҡдим итәләр.

Йәй уртаһы үтеп, көндәр көҙгә тартһа ла, ҡош-ҡорт баҙары һаман гөрләп тора. Бер тәүлеклек себештәрҙән алып ике айлыҡтарына тиклем бар. Хаҡтары түбәндәгесә:

Мулард өйрәктең бер айлыҡтары — 250 һум;

ҡаҙ бәпкәләре (Ланда, Линда тоҡомло) — бер аҙналығы — 200, 20 көнлөгө 240 һум;

өйрәктәр — аҙна ярымлығы — 180, 3ай ярым булғаны 280 һум;

күркә-өйрәктәр — 4 көнлөгө — 80, 27 көнлөгө 190 һум;

бройлер күркәләр — бер айлығы 450 һум;

бройлер тауыҡ себештәре — бер тәүлеклектәре — 55, 18 көнлөгө 90 һум.

Бына шундай уртаса хаҡтар баҙарҙа миҙгелле тауарҙарға.
Читайте нас: