+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Август 2019, 10:00

Эшҡыуарлыҡ буйынса һорауҙарығыҙ булһа...

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ ойошмаһы ассоциацияһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге буйынса бушлай шәхсән консультациялар үткәрә.

Әбйәлил эшҡыуарҙары был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итһен өсөн, улар иғтибарына ҡабул итеү көндәре тураһында мәғлүмәт еткерәбеҙ.

7 августа эшҡыуарҙар бизнесте хоҡуҡи яҡлау, бизнес хәүефһеҙлеге буйынса һорауҙары менән «Блиц» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы Емельянов Вячеслав Николаевичҡа мөрәжәғәт итһә, 19 августа «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр» темаһы буйынса социаль өлкә инновациялар үҙәге етәксеһе Ирина Евгеньевна Абрамова консультация бирә.

26 августа эшҡыуарҙарға «Ваш учет» компанияһы директоры Труш Любовь Юрьевнанан «Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн һалым һалыуҙың актуаль мәсәьәләләре» буйынса һо-рауҙарға яуап алыу мөмкинлеге бирелә.

Консультация алыу өсөн түбән-дәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә: Өфө, Индустриаль шоссе урамы, 44-1, 6-сы павильон, 6-22-се бүлмә.

Алдан теркәлеү өсөн тел.: 8(347) 264-62-90, 243-38-37,
Читайте нас: