+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Август 2019, 17:35

Транспорт картаһы ҙур мөмкинлектәр аса

1 сентябрҙән бер сәғәт эсендә «Башавтотранс»тың бер автобусынан икенсеһенә күсеп ултырырға мөмкин.

Яңылыҡҡа аңлатма биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 1 сентябрҙән, «Алға» картаһы менән бер тапҡыр ғына түләп, сәғәт эсендә бер нисә «Башавтотранс» автобусын алмаштырырға мөмкинлеген хәбәр итте. Киләсәктә бәхетле сәғәткә трамвайҙар, троллейбустар һәм электричкалар ҙа өҫтәлә.


— Ҡайһы бер коммерция пассажир ташыусылар ошо программаға ҡушылырға кәрәклеген әлегә аңлап етмәй, ләкин улар барыбер ҡушылыр. Беҙҙең йәмәғәт транспорты илдә иң яҡшыһы булыр, — тип өҫтәне ул.
Картаны Һаҡлыҡ банкыһы һәм Рәсәй почтаһы терминалдарында тулыландырырға мөмкин.
Читайте нас: