+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Август 2019, 11:57

Яңы уҡыу йылына әҙ ваҡыт ҡалды

Яңы уҡыу йылы етеп килеүе баҙарҙа ла һиҙелә.

Яңы уҡыу йылы етеп килеүе баҙарҙа ла һиҙелә: һәр ерҙә ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп кәрәк-яраҡтары һайлай, форма кейеп ҡарай, аяҡ кейемдәре һатыусылар янынан да кеше өҙөлмәй. Берәүҙәр кейем-һалымды күптән һатып алып, бөгөн нигеҙҙә канцелярия тауарҙарын ҡараһа, икенселәр балаларын баштан-аяҡ кейендерә.

Дүшәмбе һәм кесе йома булған баҙар рәттәрендә лә, павильондарҙа ла балалар өсөн мәктәп кейемдәренән йәнең теләгәнен һайлап алып була.

Кисәге баҙарҙа айырыуса портфелдәрҙең, мәктәп формаларының, канцтауарҙар менән һатыу итеүселәрҙең күплеге күҙгә ташланды.

Әйберҙәргә яҡынса хаҡтарҙы ла күрһәтеп үтәйек. Әлбиттә, нәмәләргә хаҡтар, тәү нәүбәттә, тауарҙың сифатына бәйле. Шуға ла һәр кем әйберҙәрҙе үҙ мөмкинлегенән сығып һайлай.

Малайҙар өсөн костюм-салбар һатыу нөктәһендә форманы 1000 һумға һатып алырға була, кеҫәң ҡалын икән, 6500 һумлығы ла бар. Аҡ күлдәктәргә хаҡ 400 һумдан башлана.

Ҡыҙҙар өсөн форма 1300 һум, күлдәк менән бергә кейелергә тейешле аҡ һәм ҡара алъяпҡыстар 400-әр һум тора. Юбканы — 300, блузкаларҙы 400-500 һумға һаталар.

Жилеттарҙың хаҡы — 500 һум.

Спорт костюмдарын уртаса 1000 һумға алырға мөмкин.

Аяҡ кейемдәрен дә ҙурлығына, сифатына ҡарап, оҡшағанды һайлап алыу мөмкинлеге ҙур. Кроссовки, мәҫәлән, 600 - 1500 һум.

Портфелдәргә хаҡ 500 һумдан башлана, 1500 һумға ла алырға була.

Дәфтәрҙәргә хаҡ ниндәй ҡағыҙҙан эшләнеүенә һәм нисә биттән тороуына бәйле:

12 битлектәрҙе 3 һумға ла, 5 һумға ла алырға була: 18 битлеге — 8, 24 битлеге 10 һум. 48 битлектәр — 15 - 30 һум.

Әлбиттә, уҙған миҙгелдән ҡалған тауарҙарының хаҡын төшөрөп һатыусылар ҙа бар, айырыуса осһоҙ хаҡҡа портфель, аяҡ кейемдәре тәҡдим ителә.


Әйткәндәй, 31 авгусҡа тиклем «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» республика мәрхәмәтлелек акцияһы дауам итә. Ауыр тормош хәлендә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә йәшәүсе балаларға кейем-һалым, дәфтәр, портфель-рюкзактар алып биреп, ярҙам итергә мөмкин. Әйберҙәр Асҡар ауылы, Ленин урамы,10 адресы буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас: